Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
18 Октябрь 2022, 08:40

Яҡын көндәрҙә ҙур ғына фазала ҡояш тотолоуы көтөлә

Һуңғы йылдарҙа беҙ күҙәткән ҡояш тотолоуҙарҙан айырмалы рәүештә, быйылғыһы ҙур ғына фазаға эйә буласаҡ – 0,81. Йәғни ай ҡояш дискыһының 0,81 өлөшөн ҡаплаясаҡ. Был ваҡиға көн үҙәгендә буласаҡ – көпә-көндөҙ эңер төшкәнен күҙәтергә мөмкин буласаҡ. Ҡасан һәм сәғәт нисәлә, тиһегеҙме?

Яҡын көндәрҙә ҙур ғына фазала ҡояш тотолоуы көтөлә
Яҡын көндәрҙә ҙур ғына фазала ҡояш тотолоуы көтөлә

25 октябрҙә Башҡортостанда йәшәүселәрҙе бик сағыу астрономик ваҡиға көтә – өлөшләтә ҡояш тотоласаҡ.

Ҡояш тотолоу Өфө ваҡыты менән 14 сәғәт 44 минутта башланасаҡ. Ул үҙ максимумына 15 сәғәт 59 минутта барып етәсәк һәм яйлап кире ҡояш асыла башлаясаҡ. Ҡояш тотолоу 17 сәғәт 9 минутта тулыһынса тамамланасаҡ.

Бөтә был процесс 2 сәғәт 25 минут дауам итәсәк.

Белгестәр был процесты күҙгә махсус күҙлек кеймәйенсә күҙәтергә ярамай тип иҫкәртә, күҙегеҙ зыян күреүе ихтимал. Ҡояштан һаҡлаусы ҡәҙимге күҙлектәр бармай. Иң яҡшыһы боронғо ата-бабалар ысулы – быяланы майшәм өҫтөндә тотоп алырға һәм шуның аша ҡарарға.

Артабанғы 8 йылда ҡояш тотолоуы көтөлмәй. Бары тик 2030 йылдың 1 июнендә генә ҡояштың тулыһынса тип әйтерлек тотолоуына шаһит булырға мөмкин буласаҡ – 0,9 фаза. Йәғни ҡояштың 90 проценты ай дискы менән ҡапланасаҡ. Ә ҡояштың тулыһынса тотолоуы 2061 йылдың 20 апрелендә көтөлә. Ҡояштың һуңғы тапҡыр тулыһынса тотолоуы 1961 йылдың 15 февралендә күҙәтелгән. Тимәк, 100 йылдан һуң ҡабатланасаҡ.

(Интернет мәғлүмәттәрен файҙаланып, Т. Сәйфетдинова әҙерләне).

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: