Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
27 Август 2022, 10:00

Ил өҫтөндә ниҙәр бар?

Үткән аҙнаның кесаҙнаһынан был аҙнаның кесаҙнаһына тиклемге ваҡыт эсендә районда 5 сабый тыуған, 5 яңы ғаилә барлыҡҡа килгән.

Ил өҫтөндә  ниҙәр бар?
Ил өҫтөндә ниҙәр бар?

Шул уҡ ваҡытта 3 пар никахтарын тарҡатҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1 райондашыбыҙ донъя менән бәхилләшкән.

01 хәбәр итә

 1 янғын булған – Исламбай ауылында ике шәхси хужалыҡтың мал аҙбарҙары, мунсалары янған.

02 хәбәр итә

Августың 18-енән 25-енә тиклемге ваҡыт эсендә ра-йон буйынса енәйәттәр һәм хоҡук боҙоуҙар тураһында 30 мөрәжәғәт теркәлгән.

Улар иҫәбендә законһыҙ ағас ҡырҡыу (1), янғын (1), шәхси мөлкәтте юғалтыу (1), ғаилә низағы (1), ата-әсәлек бурыстарын үтәмәү (1) һәм башҡалар бар.

Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 85 протокол төҙөлгән. Шул иҫәптән ЮХХДИ йүнәлешендә – 60.

1 водитель эскән килеш автомобиль руле артына ултырып, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған.

Автор:
Читайте нас: