Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
20 Июль 2022, 12:35

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәровтың ашығыс мөрәжәғәте

Хөрмәтле республика халҡы һәм ҡунаҡтары! Көндәр эҫе тороуға бәйле һыу объекттарында һәләкәттәр һаны артты. Һыу инеү миҙгеле башланғандан алып, оператив мәғлүмәттәр буйынса йылғаларҙа һәм һыу ятҡылыҡтарында 45 кеше һәләк булған. Мәләүез һәм Стәрлетамаҡ райондарында, шулай уҡ Өфөлә дүрт бала батып үлгән. Улар араһында - алты йәшлек ҡыҙыҡай.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәровтың ашығыс мөрәжәғәте
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәровтың ашығыс мөрәжәғәте

Хөрмәтле өлкәндәр!

Һыуҙағы балалар фажиғәләренең 30 проценты -  ата-әсәләрҙең ҡарамауҙары. 70% - ул балаларҙың өлкәндәрһеҙ һыу ятҡылыҡтарына барыуҙары. Балаларҙы һыу объекттарына яңғыҙ ебәрмәгеҙ, шулай уҡ, һыу янында ял иткәндә, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Иң мөһиме - балаларҙы йөҙөргә өйрәтегеҙ! Һыу ятҡылыҡтарында бәхетһеҙ осраҡтар һыу инеүселәр менән генә түгел, ә йөҙөү ҡоролмаларында йөрөүселәр менән дә булырға мөмкин.

10 июлдә Нөгөш һыу һаҡлағысында гидроциклға беркетелгән тюбинг катер менән бәрелешкән. Егерме ике йәшлек ир һәләк булған. Йышыраҡ Ағиҙел, Өфө һәм Ашҡаҙар йылғаларында батып үләләр. Һыу объекттарында кешеләрҙең һәләк булыу статистикаһын анализлауҙан түбәндәгеләр күренә:

1) Һыуҙа бәхетһеҙлек осраҡтарының күбеһе көндөҙгө сәғәт 3-тән киске 9-ға тиклем була;

2) Һыуға сумыр алдынан батып үлгәндәрҙең 70 проценттан ашыуы спиртлы эсемлектәр эскән;

3) Һәләк булыусыларҙың 100 проценты йыһазландырылмаған урындарҙа һыу ингән.

Таныш булмаған һәм тыйылған урындарҙа һыу инеүҙән тыйылып торорға саҡырам. Унда көслө һыу ағымдары, өйрөлтмәктәр, тәрән урын, һалҡын шишмәләр булыуы мөмкин. Билдәһеҙ урындарҙа суммағыҙ: ташҡа һуғылырға йәки торбаларға бәрелергә мөмкин. Иҫерек килеш йәки яңғыҙ һыу инмәгеҙ, ярҙан алыҫҡа йөҙмәгеҙ, йылға йәки һыу ятҡылығын йөҙөп сығырға тырышмағыҙ, көсөгөҙҙө һәм мөмкинлектәрегеҙҙе артыҡ баһаламағыҙ. Һыу инеү өсөн махсус рәүештә йыһазландырылған пляждарҙы һайлағыҙ!

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ! Һыуҙа үҙеңде хәүефһеҙ тотоу ҡағиҙәләре әсәләрҙең һәм туғандарының әсе күҙ йәштәре менән һуғарылған. Шуға күрә үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ! Һыу объекттарында һәр ваҡыт хәүефһеҙлек талаптарын үтәгеҙ! Тик бергәләп кенә үҙебеҙҙе һәм балаларҙы һыуҙағы фажиғәләрҙән һаҡлай алабыҙ!

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәровтың ашығыс мөрәжәғәте
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәровтың ашығыс мөрәжәғәте
Автор:
Читайте нас: