Хәл-ваҡиғалар
27 Апреля 2022, 03:40

Ульяновск өлкәһендә бер ир балалар баҡсаһында атыш ойошторған: ҡорбандар бар

Ульяновск өлкәһендә билдәһеҙ ир балалар баҡсаһында атыш ойошторған. Хәл нисегерәк булған һуң?

Добавить в предпочтительные источники Google
Ульяновск өлкәһендә бер ир балалар баҡсаһында атыш ойошторған: ҡорбандар барУльяновск өлкәһендә бер ир балалар баҡсаһында атыш ойошторған: ҡорбандар бар
Ульяновск өлкәһендә бер ир балалар баҡсаһында атыш ойошторған: ҡорбандар бар

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, көндөҙгө йоҡо ваҡытында «Иж-27» менән ҡоралланған ир балалар баҡсаһы хеҙмәткәренә һәм 5 йәшлек малайға, 6 йәшлек ҡыҙға атҡан, һуңынан үҙ-үҙенә ҡул һалған, тип хәбәр итте «112» һәм «База» Telegram-каналдары. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында һаҡсы тормаған, хәүеф төймәһе генә булған.

«База» мәғлүмәттәре буйынса, үлтереүсе төп ишектән ингән, ошо ваҡытта иҙән йыуып йөрөгән ҡатынды этеп ебәргән. Һуңынан икенсе ҡатҡа күтәрелгән дә, мылтыҡтан ата башлаған.

Ульяновск өлкәһендәге атышта дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән. Ирҙең шәхесе асыҡлана.

Бер-беребеҙгә, эргә-тирәбеҙгә иғтибарлы булайыҡ, бер-беребеҙҙе һаҡлайыҡ!

https://bash.bashinform.ru/news/law/2022-04-26/ulyanovsk-lk-end-ber-ir-balalar-ba-sa-ynda-atysh-oyoshtor-an-orbandar-bar-2785067

Автор: