Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
18 Апрель 2022, 17:10

Ейәнсурала – фажиғәле хәл

Бөгөн Ейәнсура районында ҡот осҡос хәл булған – эскән килеш руль артында ултырған ханым идара иткән автомобиль һыуһаҡлағысҡа төшөп киткән.

Ейәнсурала – фажиғәле хәл
Ейәнсурала – фажиғәле хәл

Ҡот осҡос юл фажиғәһендә өс кеше һәләк булған

Бөгөн, 18 апрелдә, Ейәнсура районында еңел машина менән идара иткән 47 йәшлек ҡатын Күгәрсен ауылы янындағы Ямашлы һыуһаҡлағысына төшөп киткән.

ЮХХДИ хәбәр итеүенсә, водитель иҫерек булған. ВАЗ-2114 салонында тағы өс пассажирка булған – улар барыһы ла һәләк булған. Водитель үҙе иһә машинанан сығып ярға килеп етә алған.

Урында тәфтиш-оператив төркөм эшләй.

Яҡынса мәғлүмәт буйынса, ҡатын-ҡыҙҙар бер кафела эшләгән.

Юлдарҙа һаҡ булайыҡ. Руль арты эскән кешенең урыны түгел.

(Мәғлүмәттәр "Үҫәргәндәр ере -Ейәнсура" төркөмөнән алынды).

Автор:
Читайте нас: