Бөтә яңылыҡтар

Бейеүселәргә ҙур ярҙам

Байназарҙың “Еҙ үксә” ансамбле ҡыҙҙары һәм егеттәре йәйге каникулдарында тик ятмай. Күптән түгел улар Мәскәүҙә үтәсәк бейеү конкурсына икенсе турға саҡырыу алғандар. Унда барырға ансамблгә матур, яңы милли бейеү костюмдары кәрәк. Шул мәсьәләне хәл итмәк, ансамбль йәй көндәрендә бер нисә ауылға сығып концерттар ойоштора башлаған. Мораҙымда, Яуымбайҙа, Байназарҙың үҙендә концерт ҡуйып күпмелер аҡса эшләгәндәр. Ә үткән аҙнала Килдеғол ауылы мәҙәниәт йортоноң сәхнәһен дер һелкетеп, тамашасыларҙы матур бейеүҙәре менән ҡыуандырған ҡыҙҙар, егеттәр ҙур шатлыҡ кисергән.

Бейеүселәргә ҙур ярҙам
Бейеүселәргә ҙур ярҙам

Килдеғол ауылы эшҡыуары Гөлсинә Ҡунафина концерт тамамланғас, ансамбль етәксеһе Зилә Исмаҡоваға балаларға костюм тектереүгә ҙур аҡсалата ярҙам тапшырған.

Гөлсинә апайҙың улы Ильяс та ошо ансамблдә бейей. Алыҫ араларға, конкурстарға барғанда оҙатып йөрөүсе булараҡ, Гөлсинә Бәхтинур ҡыҙы ансамблдең төрлө проблемаларын күрә-белә йөрөй, башҡорт ансамблен үҫтереүгә нисек ярҙам итергә тип уйлана.

Ансамблдең концерт менән ауылға киләсәктәрен белгәс, ул ауыл эшҡыуарҙарына мөрәжәғәт итеп ҡарай. Уның идеяһын шунда уҡ күтәреп алғандарға афарин тип кенә әйтергә ҡала. Тиҙ арала ауыл эшҡыуарҙары Наил Көмөшбаев, Вадим һәм Лилиә Исҡужиндар, Әлбиҙә Баязитова, хаҡлы ялда булһа ла, Сәғиҙә Исҡужина ла ситтә ҡалмаған, бергә йыйылып, Гөлсинә Бәхтинур ҡыҙы иптәше Ринат менән төп сумманы үҙҙәренән сығарып, ансамблгә 55 мең һум аҡса бүләк итәләр.

Ситтән ярҙам һораһаң, оҙаҡ булып китер тип, инициативаны үҙенең ҡулына алған Гөлсинә Ҡунафинаға эшендә уңыштар юлдаш булһын!

-Көтөлмәгән бүләктән шаҡ ҡатып ҡалған ансамбль тәүҙә ни әйтергә белмәй торҙо. Аҙаҡ уларҙың шатланғандарын, ҡосаҡлашҡандарын күреп, үҙемдең күҙҙәрем йәшләнде. Ансамблдә шул хәтлем аҡыллы балалар йыйылған. Кейемдәренә 10 йылдан артыҡ - теге йәки был конкурстарға барғанда, концерттарҙа сығыш яһағандарында күлдәктәрен рәтләп торабыҙ ҙа, әммә, барыбер, яңы түгел инде. Мәскәү хәтлем Мәскәүгә барып, кәм-хур булып, оялып йөрөмәһендәр, матур кейемдәрҙә булһындар тип тырыштым. Алла бирһә, ноябрь айында барырға тейештәр, - тип матур яңылығы менән уртаҡлашты Гөлсинә Бәхтинур ҡыҙы.

“Еҙ үксә” өлгөлө бейеү ансамбле балаларына һәм уларҙың етәкселәре Исмаҡова Зилә Йәнғәле ҡыҙына киләсәктә ижади, яңы осоштар уңыштар теләйбеҙ!

“Беҙҙә уңышлы кешеләр бик күп. Әгәр һәр береһе бәләкәй ватанына өҫтәмә ярҙам күрһәтһә, был урындарҙа тормошто һиҙелерлек үҙгәртер ине. Күп эшҡыуарҙарҙың һәм башҡа бай кешеләрҙең былай ҙа ярҙам итеүен беләм, әммә был эште системаға һалырға теләйбеҙ. «Атайсал» проекты ошо маҡсатта эшләй ҙә инде. Был дәүләт хәл итергә тейешле проблемаларҙы халыҡ иңенә һалырға тырышыу түгел. Был үҙ күңеленең саҡырыуы буйынса тыуған ауылдарына, ҡалаларға, мәктәптәргә, балалар баҡсаларына, спорт секцияларына ярҙам иткән кешеләр өсөн уңайлыраҡ шарттар булдырыуға ынтылыш”, - тине Радий Хәбиров.

Башлыҡтың башланғысы өс йыл эсендә тиҫтәләгән мең меценатты берләштерҙе һәм көн һайын халыҡ мәнфәғәтенә эшләүен дауам итә.

-Бер-береңде күтәрешеп йәшәүгә бер ни етмәй. Мөмкинселеге булып ярҙам итә алғаны өсөн мең рәхмәт. Балаларыбыҙҙы үҫтерәбеҙ, үҙебеҙ күтәрәбеҙ, өҫтәүенә, шундай ярҙамсылар булғанда тағы ла дәртләнеп китәбеҙ, эшләүе лә, ижад итеүе лә күңелле. Әлбиттә, балалар ижадына, бейеүгә, сәнғәткә битараф булмағандарҙың булыуы ҡыуаныс ҡына, - тип фекерен белдерҙе район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Клара Мөнир ҡыҙы Ямғурсина. 

“Атайсал - бәләкәй Ватан” проекты 2021 йылдың 1 мартында башланды һәм проектты тормошҡа ашырыу барышында унда 5 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.

Бейеүселәргә ҙур ярҙам
Бейеүселәргә ҙур ярҙам
Бейеүселәргә ҙур ярҙам
Бейеүселәргә ҙур ярҙам
Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: