Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
25 Ноябрь 2023, 12:00

«Урамыбыҙҙа юл тигеҙләнде»

Шулай тип ҡыуана Ғәҙелгәрәй ауылының Әхмәтйән урамында йәшәүселәр.

«Урамыбыҙҙа юл тигеҙләнде»
«Урамыбыҙҙа юл тигеҙләнде»

- Беҙ йәшәгән урамда юл бик алама ине. Күп йылдар соҡор-саҡырлы юлдан йөрөнөк. Еңел автомобилдәр өсөн дә, йәйәүлеләр өсөн дә бындай сифатһыҙ юл ҡыйынлыҡ тыуҙырҙы. Уҙған йылда газ үткәреүселәр торба һалғандан һуң, тағы ла нығыраҡ насарланып киткәйне.
Яңыраҡ ауыл хакимиәте башлығы урамыбыҙға таш түктереп, тигеҙләтеп бирҙе. Эштәрҙе шәхси эшҡыуар Марат Бәкиров башҡарҙы. Юл рәтләнеү - беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс. Район һәм ауыл хакимиәттәре башлыҡтарына ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Тағы ла һыу аҡһын өсөн юл аша торбалар һалынһа бигерәк шәп булыр ине, - ти ошо урамда йәшәүсе А. Сәғитов.

Автор:Г. Хафизова яҙып алды.
Читайте нас: