Мәсеттәрҙе ҡарап тәрбиәләп тотоу – ошо урында йәшәгән халыҡтың бурысы. Иҫке Монасиптар был бурысты яҡшы аңлай һәм хәленән килгәнсе Аллаһ йортона ярҙам итергә тырыша.
Мәсеттәрҙе ҡараусыларға пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм ниндәй ҡарашта булғанын Әбү Һөрәйрәнән еткерелгән сахих хәҙистән белеп була һәм уларҙы ниндәй ҙур әжер-сауаптар көткәнен бер Аллаһ белә.
Яңыраҡ бер төркөм монасиптар мәсеттә ремонт эштәре башҡарған.Ауылдың имам-хатибы,
Сабит хәҙрәт Бикмәтов: “Мәсеттә халыҡтан йыйылған аҡсаға газ үткәрелде һәм быйыл ремонт өсөн материалдар алынды. Эстән мәсет тулыһынса яңыртылды. Аллаһ йортоноң стенаһы тулыһынса гипсокартон менән көпләнде һәм обой йәбештерелде. Түбәһенә панель ҡатылды. Ихлас ир-егеттәр менән ошо эштәрҙе башҡарып сыҡтыҡ. Уҡыусы егеттәрҙең ярҙамы ла ҙур булды.
Ҡатын-ҡыҙҙар иһә мәсетте йыйыштырҙылар.
Ауылдаштарыбыҙ ярҙамы менән ауылыбыҙҙың иман йортонда оло эштәр атҡарып сығырға насип итте Аллаһ Тәғәлә. Әлхәмдүлилләһ!
Эске ремонт эштәрен эшләүҙә үҙҙәренең ваҡыттарын йәлләмәй, динебеҙ үҫешһен, мәсетебеҙ гөрләп торһон, тигән ниәттә ярҙам иткән ауылдаштарыбыҙға, финанс яғынан ярҙам итеүселәргә, мәсетте таҙалаусы ҡатын - ҡыҙҙарыбыҙға мәхәлләбеҙ һәм үҙемдең исемдән рәхмәт белдерәм. Иң ауыр эштәрҙе башҡарған уҡыусы егеттәргә - Әсҡәт, Исмәғил һәм Ғәзинур Бикмәтовтарға айырым рәхмәт. Улар мәсеттең бөтә эске стеналарын гипсокартон менән көпләп бирҙеләр.
Барығыҙға ла Аллаһы Тәғәләнең рәхмәттәре ирешһен, ғаиләгеҙгә именлек, һаулыҡ һәм бәрәкәттәрен насип итһен. Аллаһ йортона ярҙамығыҙҙың әжер-сауаптары үҙегеҙгә туҡтауһыҙ саҙаҡа булып ирешеп торһон. Ике донъя бәхеттәрен бирһен.
Әәмин!”-тип яҙа ауылдаштарын күмәк көс менән бөтә уңайлыҡтары булдырылған
күркәм мәсеткә йома намаҙына саҡырған белдереүендә ауыл имамы Сабит ағай Бикмәтов.
Әбү Һөрәйрәннән еткерелә: “Бер заман мәсеттең иҙәнен һепереп-тәрбиәләп йөрөүсе негр (негритянка) үлеп ҡалды.Уның хаҡында пәйғәмбәребеҙ, саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм, һорашты. Уға ул кеше бит үлеп ҡалды, тинеләр.Быны ишетеп пәйғәмбәребеҙ ниңә был хаҡта әйтмәнегеҙ,миңә уның ҡәберен күрһәтегеҙ, тип ҡысҡырып ебәрҙе.Пәйғәмбәребеҙ, саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм, мәсетте йыйыштырыусының ҡәберенә барып уға йыназа уҡыны”.
Пәйғәмбәр һынлы пәйғәмбәр, Аллаһтың иң һөйөклө ҡоло һәм илсеһе йыназа уҡыған кешенең ахырғы урыны ҡайҙа булырына шик юҡ. Аллаһ йорттарын ҡараусылар һәр заманда ота – мәсеттән кескенә сүпте тышҡа сығарып ташлаған кешегә лә сауаптар күп!
Мәсеттәрҙе монасиптар һымаҡ ҡарайыҡ, сауаптар алайыҡ, йәмәғәт!