Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
28 Август 2023, 10:00

Бөрйәндең арҙаҡлы улы - ғалим-фольклорсы Мөхтәр Сәғитовтың тыуыуына 90 йыл тулды

Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында урынлашған музейында ғалимдың бөтә тормошо һәм ижади эшмәкәрлеге ун стенд-планшетта хронология тәртибендә сағылған. 11 быуынына тиклем шәжәрәһе, мөйөш витринала шәхси әйберҙәре, ҡулъяҙмалары, мәҡәләләре, диссертация эшенең планы; ул ҡатнашҡан фольклор экспедициялары, халыҡ‑ара конференциялар, симпозиумдар, фәнни форумдар материалдары бар.

Бөрйәндең арҙаҡлы улы - ғалим-фольклорсы Мөхтәр Сәғитовтың тыуыуына 90 йыл тулды
Бөрйәндең арҙаҡлы улы - ғалим-фольклорсы Мөхтәр Сәғитовтың тыуыуына 90 йыл тулды

Мөхтәр Мофаззал улы Сәғитов 1933 йылдың 27 авгусында Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Иҫке Собханғол (икенсе мәғлүмәттәр буйынса Яңы Монасип) ауылында тыуған.

Иҫке Собханғол ауылында урта мәктәпте тамамлағас, Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итеп ҡайта.

1960 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай.

1960—1964 йылдарҙа Мәскәүҙә Донъя әҙәбиәте институтында аспирантурала уҡый.

1964 йылдан алып 1986 йылда Төркиәлә Измир ҡалаһында фажиғәле һәләк булғансы СССР Фәндәр Академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр, өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. 1972, 1984 йылдарҙа Башҡортостан буйынса фольклор-этнографик экспедицияларға етәкселек итә.

Ғилми эшмәкәрлеге

М. М. Сәғитов 70 тирәһе ғилми хеҙмәт авторы. Ул — башҡорт халыҡ ижадын йыйыу, баҫтырып сығарыу өлкәһендә ҙур хеҙмәт күрһәткән ғалимдарҙың береһе. Ул халҡыбыҙҙың эпик ҡомартҡыларын — ҡобайырҙарҙы өйрәнеүҙә, нәшер итеүҙә айырыуса емешле эшләне. М. М. Сәғитов күп томлы «Башҡорт халыҡ ижады» баҫмаһының эпосҡа арналған ике томын (Ә. И. Харисов менән берлектә), шулай уҡ бәйет (Н. Д. Шоңҡаров менән берлектә), совет фольклоры (М. Ә. Мәмбәтов менән берлектә) томдарын баҫырға әҙерләне. Эпик ҡомартҡыларҙы өйрәнеүҙең ҙур баһаға лайыҡ һөҙөмтәһе итеп уның «Боронғо башҡорт ҡобайырҙары» (1987) исемле монографик хеҙмәтен күрһәтергә кәрәк.

М. М. Сәғитов башҡорт ҡобайырҙарын рус телендә баҫтырып сығарыу өлкәһендә лә уңышлы эшләне: «Урал батыр» (1977), «Аҡбуҙат» (1976), «Былых времен сказанья» (1979), «Алдар и Зухра» (1986). М. М. Сәғитов — шулай уҡ А. С. Мирбадалева һәм Ә. И. Харисов менән берлектә 1977 йылда Мәскәүҙә донъя күргән «Башкирский народный эпос» исемле китапты баҫырға әҙерләүсе ғалимдарҙың береһе. Халыҡ ижады мәсьәләләре, Яҡутстандағы башҡорттарҙың фольклорын йыйыу буйынса уның күп һанлы мәҡәләләре баҫылған.

Әҙәби ижады

М. М. Сәғитов, ғилми эшмәкәрлек менән бер рәттән, йәштән үк әҙәби ижад менн дә шөғөлләнде. Үҙе вафат булғандан һуң филология фәндәре кандидаты Берйән Байымов М. Сәғитовтың хикәйәләрен, юлъяҙмаларын «Ғүмерлеккә ҡалған яра» (1993) исемле йыйынтығында туплап, баҫтырып сығарҙы.

Маҡтаулы исемдәре

Исемен мәңгеләштереү

  • Бөрйән районының Иҫке Собханғол, Яңы Монасип ауылдарындағы урамдарға уның исеме ҡушылған.

Иҫке Собханғол ауылында Мөхтәр Сәғитовҡа музей асылған.

Башҡорт халыҡ ижады белгесе, ғалим фольклорсы, филология фәндәре кандидаты, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Мөхтәр Мофаззал улы Сәғитовтың музейы Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында урынлашҡан.

Музей Мөхтәр Сәғитовтың тыуған ауылында асыла һәм уның тормошо һәм эшмәкәрлегенә арнала. 1993 йылда Мөхтәр Сәғитовтың 60-йәшлек юбилейы хөрмәтенә ғилми-ғәмәли конференция үткәрелә. Конференцияла бөйөк ғалимдың исемен мәңгеләштереү буйынса Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы алдында Мөхтәр Сәғитов музейын асыу тәҡдим ителә[1]. 1995 йылдың 16 ғинуарында Милли музей филиалы булараҡ ойошторола, 2002 йылда алып Милли әҙәби музей филиалы, 2006 йылда хәҙерге статусын ала[2].

Музейҙа бер экспозиция залы бар. Ғалимдың бөтә тормошо һәм ижади эшмәкәрлеге ун стенд-планшетта хронология тәртибендә сағылған. 11 быуынына тиклем шәжәрәһе, мөйөш витринала шәхси әйберҙәре, ҡулъяҙмалары, мәҡәләләре, диссертация эшенең планы; ул ҡатнашҡан фольклор экспедициялары, халыҡ‑ара конференциялар, симпозиумдар, фәнни форумдар материалдары бар. Бигерәк тә муляждар – ташҡа оҡшаған ҙур киҫәктәрҙә донъяның тиҫтәләгән теленә ғалим тәржемә иткән «Урал батыр», «Аҡбузат» эпостарына иллюстрациялар менән күренештәр иғтибарҙы йәлеп итә. Шулай уҡ этнография әйберҙәре һәм боронғо китаптар бар[3]

  •  
  • Иҫке Собханғол ауылында ғалим Мөхтәр Сәғитовҡа бюст ҡуйылған.

Хеҙмәттәре:

 

Бөрйәндең арҙаҡлы улы - ғалим-фольклорсы Мөхтәр Сәғитовтың тыуыуына 90 йыл тулды
Бөрйәндең арҙаҡлы улы - ғалим-фольклорсы Мөхтәр Сәғитовтың тыуыуына 90 йыл тулды
Бөрйәндең арҙаҡлы улы - ғалим-фольклорсы Мөхтәр Сәғитовтың тыуыуына 90 йыл тулды
Бөрйәндең арҙаҡлы улы - ғалим-фольклорсы Мөхтәр Сәғитовтың тыуыуына 90 йыл тулды
Автор:Т. Баһауетдинова әҙерләне.
Читайте нас: