Бөтә яңылыҡтар

Янғын һүндереүселәрҙе ҡыуандырған

Райондашыбыҙ, ирекмән Рим Яхин янғын һүндереү часенә бүләк эшләгән.

Янғын һүндереүселәрҙе ҡыуандырған
Янғын һүндереүселәрҙе ҡыуандырған

- Рим Таһир улы Яхинға янғын һүндереү часе исеменән ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәм. Ул уҙған йылда беҙҙең менән урман янғындарында йөрөгәйне. Һыу һиптерә торған шлангаларҙың бер аҙ туҙғанын күреп, ярҙам итергә ҡарар иткән. Бөгөн ул часкә килеп ут һүндереү өсөн тәғәйенләнгән 12 һыу шлангаһы бүләк итеп китте. Был беҙҙең өсөн бик кәрәкле ҡорамал, - тип ҡыуаныстары менән бүлеште 73-сө янғын һүндереү бүлеге етәксеһе Шамил Хәкимов.

Бының менән генә туҡталмай, янғын бүлегенә артабан да ярҙам итергә теләген белдерҙе Р. Яхин.

Афарин!

Автор:
Читайте нас: