Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
16 Март 2023, 13:00

Ир ҡанаты - ат!

Байрам “Хәтер ере” республика марафоны сиктәрендә үткән “Шайморатов генерал” патриотик акцияһы менән башланды.

Ир ҡанаты - ат!
Ир ҡанаты - ат!

Быйылғы ат ярыштарына Почет билдәһе, Салауат Юлаев ордендары кавалеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, райондың Почетлы гражданы, ҡышҡы ат ярыштарына нигеҙ һалыусы Исмәғил Әхмәҙулла улы Ғәбитов үҙе лә тамаша ҡылды. Байрамда шулай уҡ РФ Дәүләт Думаһы депутаты З. Байғусҡаров, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты А. Бейембәтов, БР Башлығының эштәр менән идарасыһы урынбаҫары Д. Әхмәтйәнов ҡатнашты.
Район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов ир-егеттәрҙе байрам менән ҡотланы.Ярыштарҙың сәмле үтеүен теләп:
- Быйылғы ҡышҡы ат ярышын Исмәғил Әхмәҙулла улы Ғәбитов исемендәге байрам тип үткәрергә ҡарар иттек. Был ғәҙелдер, тип уйлайым, - тине һәм оло хөрмәт йөҙөнән уға аҡ елән япты.
Депутат Зариф Закир улы хәрби операцияларҙа ҡатнашыусы Бөрйән егеттәренә ярҙам итеүҙәре өсөн бөрйәндәргә оло рәхмәтен белдерҙе, Исмәғил Ғәбитовҡа һәм Әхәт Бикбулатовҡа исемле сәғәттәр тапшырҙы.
Йәше лә, ҡарты ла көтөп алған был сарала Бөрйән, Баймаҡ, Әбйәлил, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен, Силәбе өлкәһенең Арғаяш, Ҡоншаҡ райондарынан 40-тан ашыу ҡатнашыусы булды. 6 төр ярыш үткәрелде. Шулай уҡ “Ауҙарыш” уйыны, ат саналарын биҙәү конкурстары ойошторолдо.
Бөрйән ағинәйҙәре лә ярыштан ситтә ҡалманы. Иҫке Монасиптан Миңлегөл Бикмәтова, Яңы Монасиптан Ҡәмәриә Йәғәфәрова һәм Таңһылыу Хисмәтуллина тиҫтәләгән сергетыш алып килгәндәр. Иҫке Собханғолдоң “Кәрәҙ” халыҡ ҡорамасылар клубында шөғөлләнеүсе ағинәйҙәр ҙә йәмле сергетыштары, шаршауҙары менән ярыш майҙанын биҙәне.

Тулыраҡ "Таң" гәзитендә уҡығыҙ.

Автор:Ә. ЮЛСУРИНА.
Читайте нас: