Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
15 Март 2023, 12:00

Ырғыҙлыла шәп сара үтте!

Районыбыҙҙың иң матур ауылдарының береһе - олпат тауҙар, сылтыр шишмәләр, урмандар иле Ырғыҙлыла өс ауылды - Ҡотан, Мәҡсүт ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советтарын берләштергән Ырғыҙлы ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы «Ирҙең даны - иленән, халҡы менән еренән» исемле сара үткәрҙе.

Ырғыҙлыла шәп сара үтте!
Ырғыҙлыла шәп сара үтте!

Сара ауыл мәктәбенең бай экспонатлы тыуған яҡты өйрәнеү музейына экскурсиянан башланды. Зауыҡ менән биҙәлгән ауыл мәҙәниәт йортонда ҡул эштәренән бай күргәҙмә ҡуйылған.
Сәхнә түрендә 10 һәм унан да күберәк бала тәрбиәләп үҫтереп, оло юлға аяҡ баҫтырған Герой-әсәләр Флүрә Йәнбирҙина, Флүрә Аҫылбаева, Миңһылыу Нәҙершина, Хәжирә, Шәһәрбостан Ғәлиналар, 5 һәм 8 балалы әсәләр: Миңзифа Мостафина, Сабира Көҫәпова, Зәйтүнә, Ғәйниямал Сәйфуллиналар, Гөлсирә Әбделмәнова, Көнһылыу Ғәлина, Рәйсә Нәҙершиналар тәбрикләнде. Әсәләрҙе район хакимиәте исеменән вәкил Флүзә Ҡаһарманова ҡотлап, уларға маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары тапшырҙы, район етәкселегенең сәләмдәрен еткерҙе. Шулай уҡ ошо биләмәнең өс ауылынан мобилизациялағы егеттәрҙең ата-әсәләренә район хакимиәте башлығының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Нур Йәнбирҙин башҡарыуындағы бөгөнгө осорға арналған йыр йөрәктәрҙе өтөп алды.

Айһылыу Ғарифуллинаның Украинала барған махсус операцияла ҡатнашыусы егеттәрҙең әсәләренә арналған “Көтөп тала әсә күҙҙәре” исемле шиғырын һәр кем күҙенә йәш алып тыңланы.
5 бала тәрбиәләүсе “Әсәлек даны” миҙалы эйәләрен, биләмәнең ҡатын-ҡыҙҙар советы эшендә әүҙем ҡатнашыусыларҙы райондың ҡатын-ҡыҙҙар Советы рәйесе Рәмилә Салауатова бүләкләп, илгә именлек, барыһына ла һаулыҡ теләне һәм һәр эште күңел биреп башҡарған, берҙәмлектәре менән айырылып торған ырғыҙлыларға рәхмәтен еткерҙе.

Опекун әсә, ике бәләкәй генә малайҙы тәрбиәгә алып көтөүсе Зөмәрә Шәкирйән ҡыҙын район “Ғаилә” үҙәге исеменән район ҡатын-ҡыҙҙар Советы Президиумы ағзаһы, Ырғыҙлы биләмәһе ҡатын-ҡыҙҙар советтары кураторы Лилиә Ғайсина бүләкләне.

Бүләкләнеүселәргә оҫта гармунсы Мөхәрләм Нәҙершин йыр–моңон бүләк итте.
Ауыл биләмәһендәге өс ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советтары отчеты тыңланды. Лилиә Ғәлина менән Әлфирә Ғәлинаның отчетынан был биләмәлә берҙәмлек, дөйөм эштәрҙе бергәләп башҡарыу, мобилизацияланған һалдаттарға ярҙам итеү һәм башҡа эштәрҙә әүҙем булыуҙары күренде.

Район хакимиәтенең Йәмәғәтселек советы рәйесе Әлфиә Бәшәрова район йәмәғәтселек эштәренең уртаһында ҡайнаусы әүҙем йәмәғәтселәргә Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы.
Ырғыҙлы ауыл биләмәһе башлығы Ильяс Нурутҡолов биләмәләге фиҙакәр хеҙмәте менән халыҡ араһында абруй һәм хөрмәт ҡаҙанған етәксе, эшсе, талантлы, эшҡыуар ир-аттарға маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр тапшырҙы. Улар араһында Михаил Косарев, Рәфҡәт Ырыҫбаев, Рәфҡәт Ғәҙелшин, Ильяс Хөснөтдинов, Салауат Зарипов, Ғаяз Әзекәев, Илвир Сәйфуллин, Фидан Сафин һәм башҡалар бар. Ҡотан ауыл мәҙәниәт йорто янындағы үҙешмәкәр йырсылар башҡарыуындағы “Баламдың атаһы” йыры бик урынлы яңғыраны.

Район ҡатын-ҡыҙҙар советы Президиумы секретары Лилиә Уразаева Афғанстандағы, Чечнялағы үлемесле яуҙарҙа ҡатнашыусы ветеран яугирҙарға район ветерандар ҡоро рәйесе Олег Ғәлиев исеменән Ватан һаҡсылары көнө айҡанлы ҡотлау сәләме еткереп, Рәхмәт хаттары, бүләк тапшырҙы.

Ырғыҙлылар бөйөк әсәләрҙе, матур ғаиләләрҙе данлап, ир-егеттәребеҙҙе ҙурлап, бына ошондай хәтерҙәрҙә уйылып ҡалырлыҡ, онотолмаҫлыҡ шәп сара үткәрҙеләр.
Киләһе күсмә ҡатын-ҡыҙҙар ҡоро март айында Яуымбай ауылында үтәсәк - штандарт яуымбайҙарға тапшырылды. Сараның төп өлөшө район ҡатын-ҡыҙҙарының гимны менән тамамланды.

Иҫтәлеккә фотоға төшкәндән һуң, милли ризыҡтарҙан һығылып торған өҫтәл артында сәй табыны ойошторолдо.
Кәңәшмәлә ҡатнашыу-сылар бай тәьҫораттар алып таралышты.

Ырғыҙлыла шәп сара үтте!
Ырғыҙлыла шәп сара үтте!
Ырғыҙлыла шәп сара үтте!
Автор:Сәйҙә Ғәбдинурова.
Читайте нас: