-Мәҫәлән, Иҫке Собханғолда йәшәүсе Ләлә апай Сәғитова яңғыҙ йәшәүсе әсәһенә – Роза инәй Баймөхәмәтоваға ҡар көрәү өсөн ярҙамсылар кәрәклеге хаҡында шылтыратып әйткәс, Иҫке Собханғол мәктәбенең 7 Г класы етәксеһе Гөлнара Мансур ҡыҙы Хәмиҙуллинаға мөрәжәғәт иттем. Уның класы Роза инәйгә һәм мәктәптә уҡытып, хаҡлы ялға сыҡҡан Кульчикова Рәйсә Ғәни ҡыҙына ярҙам итте. Мәктәптең башҡа ветерандары ла ярҙамһыҙ ҡалманы – бүтән кластар ҙа изге эшкә ихлас ҡушылды, - ти ирекмән, эшҡыуар Гөлнара Хәкимова.
Балаларҙың, йәштәрҙең ошолай оло йәштәгеләрҙе иғтибарҙан ситтә ҡалдырмауы бик ҡыуаныслы. Сөнки ололарын ололаған илдең киләсәге өмөтлө, тиҙәр.
Әйткәндәй, Г. Хәмиҙуллинаның класы СВО-лағы ағайҙарына күстәнәстәр йыйып, хаттар ҙа яҙып ебәргәйне.
Афарин, балалар! Афарин, ирекмәндәр!