

Талантлы һәм рухлы ғаилә
Өфөлә йәшәүсе райондашыбыҙ, Бөрйән ҡыҙы, шағирә Таңсулпан Рәсүл ғаиләһе – ире, ҡурайсы Айҙар Азамат улы, улдары Ихтияр һәм Ҡаһарман менән “Ҙур һәм талантлы ғаилә” асыҡ ҡала конкурсында ҡатнашып, “Иң яҡшы фольклор ансамбле” тигән номинацияла 1-се урын яулағандар. Был турала Таңсулпан бына нимәләр бәйән итә...
“Быйылғы ҡатлы-ҡатлы Ғаилә йылының халыҡ-ара Ғаилә көнө лә үтте. Самый беҙҙең байрам инде һәм самый беҙҙең конкурстар инде Ғаилә конкурстары”, тип көлә-көлә, сираттағы Ғаилә ансамблдәренең асыҡ ҡала конкурсында ҡатнашып, "Иң яҡшы фольклор ансамбль" номинацияһында I урын яулап ҡайттыҡ...
Ҡасан миңә ундай конкурстар оҡшай башланы икән, тип аптырай-аптырай быларға эйәреп йөрөп ихлас ҡатнашам былай. Иң мөһиме, ун йылға яҡын думбыра буйынса уҡытыусым менән бергә йәшәп, бергә ятып йоҡлаһам да, ошо Ғаилә конкурстарында ҡатнашам тип әллә бер-ике көндә өйрәндем ул уйнарға...
Шаяртыу шаяртыу менән, әммә беҙҙең ғаиләбеҙгә, улдарыбыҙға кәрәк был конкурстар тип уйлайбыҙ инде. Икенсенән, ун йылға яҡын ғаилә булараҡ йәшәү дәүерендә милли йәмғиәтебеҙгә арыу ғына хеҙмәт күрһәтеп өлгөргәнбеҙ икән дә баһаң, шуларҙың һөҙөмтәләрен барлап, уңышын йыябыҙ ҙа инде хәҙер. Ни тиһәң дә, ошо конкурстарҙың береһе өсөн ғаилә ағзаларының һәр береһенең портфолиоһын эшләргә кәрәк инее. Беҙ Азаматовичтың 112 генә Почет грамоталарын, Дипломдарын, Рәхмәт хаттарын ебәрҙек, ә аҙаҡ табылғандары ғына күпме...
Шуға ла, ундай конкурстарҙа ҡатнашырға яратмайым, тигән мин дә как миленькая ғына ҡатнашып йөрөйөм, улдарыбыҙ ҙа күреп-танып йөрөй бар нәмәне. Ғаиләмдең милләтебеҙ араһындағы лайыҡлы урыны өсөн дә, әхлаҡи сәләмәтлеге өсөн дә висеһен эшләп йөрөйбөҙ, ҡатнашабыҙ, әүҙемләшәбеҙ, өйрәнәбеҙ, күңелле йәшәйбеҙ, ҡыҫҡаһы”, - тип конкурстан һуң фекерҙәре менән бүлеште райондашыбыҙ, “Башҡортостан” гәзите хәбәрсеһе, Яңы Собханғол ауылы ҡыҙы Таңсулпан Рәсүл.
Афарин, Байтимеровтар!
Сығанаҡ: https://vk.com/idpandarasul
#Байтимеровтар #АйҙарҠурайсы #ҠурайсыМалайҙары #ИхтиярҠаһарманДанМалайҙар #ТаңсулпанРәсүл