Инсебикәгә таҡтаташ ҡуйылды

Халыҡ-ара музейҙар көнө алдынан Иҫке Собханғол ауыл биләмәһендә урынлашҡан данлыҡлы, тарихи урын - Инсебикә ҡаяһына Инсебикә ҡаяһының тарихы яҙылған таҡтаташ ҡуйылды. Уны райондағы данлыҡлы һәм иң ҙур музей етәксеһе үҙенең хеҙмәткәрҙәре менән алып килеп урынлаштырған.

Инсебикәгә таҡтаташ ҡуйылдыИнсебикәгә таҡтаташ ҡуйылды
Инсебикәгә таҡтаташ ҡуйылды

Халыҡ-ара музейҙар көнө алдынан Иҫке Собханғол ауыл биләмәһендә урынлашҡан данлыҡлы, тарихи урын - Инсебикә ҡаяһына Инсебикә ҡаяһының тарихы яҙылған таҡтаташ ҡуйылды. Уны райондағы данлыҡлы һәм иң ҙур музей етәксеһе үҙенең хеҙмәткәрҙәре менән алып килеп урынлаштырған.

-Таҡтаташты "Шүлгәнташ" музей комплексы директоры Фәүзил Әлфир улы Маликов үҙенең хеҙмәткәрҙәре менән килтереп урынлаштырҙылар. Шулай уҡ уны асыуҙа Ҡыпсаҡ ауылынан тарихсы Рәил Фәруҡ улы Маликов, ауылдаштарыбыҙ Сәлим Сәлихйән улы Вәлиев, Фазыл Фәрзәт улы Кинйәбаев, ошо таҡтаташты ҡуйҙырыуға үҙ өлөшөн индереүсе тарихсыбыҙ Гөлдәр Ҡолдобаева, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ҡатын- ҡыҙҙар советы, ағинәйҙәр әүҙем ҡатнаштылар, - тип хәбәр итәләр Яңы Собханғол ауыл мәҙәниәт йорто төркөмөндә.

Афарин, төйәк тарихын мәңгеләштереүселәр, илһөйәрҙәр!

Сығанаҡ: https://vk.ru/wall-194806490_6671 

Инсебикәгә таҡтаташ ҡуйылды
Инсебикәгә таҡтаташ ҡуйылды
Инсебикәгә таҡтаташ ҡуйылды
Инсебикәгә таҡтаташ ҡуйылды
Инсебикәгә таҡтаташ ҡуйылды
Инсебикәгә таҡтаташ ҡуйылды
Инсебикәгә таҡтаташ ҡуйылды
Инсебикәгә таҡтаташ ҡуйылды
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас