-4 °С
Ҡар
“Таң”ды ҡулға алғас та иң беренсе ҡотлауҙар битен ҡарайым, аҙаҡ ҡалған биттәрен яйлап уҡып сығам. Бигерәк тә хикәйәләр уҡырға яратам. Гәзит бер тынала уҡыла, аҙнаһына ике тапҡыр сыҡһа, һәйбәт булыр ине.
Ауылда йәшәгәс, районда булған бөтә хәл-ваҡиғаларҙы район гәзите аша беләбеҙ. Интернет селтәрендә лә гәзиттең төркөмөн күҙәтеп барам.
“Таң менән изгелек ҡыл” акцияһын башлап йәтеш иттегеҙ. Был акцияны ауылда ла ойошторорға уйлайбыҙ. Гәзит уҡырға яратып та, яҙылырға мөмкинлеге булмағандар өсөн ҙур файҙа. Изге эш дауамлы булһын!
Бүләк отоу мөмкинлеге тураһында күптән белә инем, тик квитанцияны алып килеп тапшырғаным булманы. Быйыл тәүгә ебәрҙем һәм бүләк оттом. Ҙур рәхмәт!