Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
15 Ноябрь 2024, 19:10

«Район гәзитен “Еңеү юлы” исеме менән сыҡҡан ваҡытынан алып уҡыйым»

“Аҙна һайын – бүләк!” уйыны еңеүсеһе Рауил Сәғитов, Ҡурғашлы ауылы: -Район гәзитен “Еңеү юлы” исеме менән сыҡҡан ваҡытынан алып уҡыйым. Ул латин графикаһы менән баҫыла торғайны.

«Район гәзитен “Еңеү юлы” исеме менән сыҡҡан ваҡытынан алып уҡыйым»
«Район гәзитен “Еңеү юлы” исеме менән сыҡҡан ваҡытынан алып уҡыйым»

1966 йылда хәҙерге исеме менән сыға башлағаны. Бер ваҡыт яңы гәзит килгәс, атайым алып уҡып тора. “Уҡый беләһеңме һуң?”, тиһәм, “Беләм, бына “Таң” тип яҙылған”, -ти. Мин аптырап киттем, сөнки ул ғәрәпсә генә уҡый белә икән тип уйлай инем. Ул да гәзитте яратып уҡый ине.

Минең дә гәзитһеҙ ҡалғаным юҡ. Килеү менән ҡотлауҙар битенән уҡый башлайым.

“Таң”дан өҙөлмәҫкә инде иҫәп. Бүләк отормон тип уйламағайным, минең өсөн ҙур шатлыҡ, - тип рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе Рауил ағай. 

Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас: