Кейекбай ауыл хакимиәте башлығы Азамат Алтыншин “Таң менән изгелек ҡыл!” хәйриә акцияһына ҡушылып, район гәзитенә ауылдашы, әлеге ваҡытта Белорет районының Үрге Әүжән ауылында ҡыҙында тороусы Сәрүәр Муллағолованы яҙҙырған.
-Изгелек акцияһы эстафетаһы миңә килеп етмәй ҙә ҡуя. Шуға үҙем башлап яҙҙырҙым инде. Сәрүәр инәй хәҙер Әүжәндә ҡыҙында йәшәй. Уға барып хәл-әхүәлдәрен белешкән ваҡытта "Таң"ды алдырып уҡығанын күреп ҡайтҡайныҡ. Ауырып ятыуына ҡарамаҫтан, гәзитте яратып, көтөп алып уҡый. Шуға киләһе ярты йыллыҡҡа район гәзитен тап уға бүләк итке килде, - тип хәбәр итте Азамат Ғәйфулла улы.
Бына шулай, ысын күңелдән изгелек эшләргә теләүселәр өсөн сират килеп етеүен көтөп тороу ҙа кәрәкмәй.
Ҡәҙерле дуҫтар, хәйриә акцияһы дауам итә, “Таң” менән изгелек ҡылып өлгөрөп ҡалығыҙ! Подписканы оло йәштәгеләргә, күп балалы ғаиләләргә, ауыр тормош хәлендә ҡалыусыларға, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың яҡындарына йәки үҙегеҙ теләгән кешегә бүләк итергә мөмкин.