Кемдәрҙер, ундағы мәҡәләләрҙе “Таң”дың интернеттағы төркөмөнән уҡыйбыҙ, тип ебәрә. Ә төркөмдә гәзиттә баҫылған мәҡәләләрҙең анонсы йәки кешене ҡыҙыҡһындырыу өсөн ундан бер өлөшө генә бирелә.
Әлбиттә, бөгөнгө интернет заманында ҡағыҙ форматтағы матбуғат баҫмаларына еңел түгел – конкуренция көслө. Шул уҡ ваҡытта интернеттағы күп мәғлүмәттәрҙең эстәлеге уйға һала...
Хөрмәтле райондаштар! Район йылъяҙмаһын туҡтауһыҙ яҙып барыусы “Таң” гәзите һеҙҙең йорттарығыҙға матур хәбәрҙәр, күңелле яңылыҡтар, файҙалы мәғлүмәттәр, фәһемле хикәйәләр, моңландырырлыҡ шиғырҙар менән аҙна һайын барып торорға әҙер. Бының өсөн “Таң”ға киләһе ярты йыл өсөн яҙылып ҡына ҡуйыу ҙа етә.
1000 һум хәҙер магазинға бер инеп сығырға ла етмәй. Ә “Таң” өсөн бер тапҡыр мең һумығыҙҙы түләһәгеҙ, ул ярты йыл буйы аҙна һайын, айына 4-5 тапҡыр, һеҙҙең өйҙәрегеҙгә үҙе барып торасаҡ!
Әйҙәгеҙ, район гәзитен бергәләп күтәрмәләйек!