Ошо көндәрҙә был уйынға йомғаҡ яһалды. 1000 һумлыҡ сертификат эйәһе Мораҙым ауылында булып сыҡты. Мораҙымда йәшәүсе Аҫылғужин Илнур Фәйзрахман улына сертификатты тапшырҙыҡ. Әйткәндәй, был йәһәттән бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән эшҡыуар Айҙар Яхинға рәхмәт белдерәбеҙ.
-Ғаиләбеҙҙә ҡатыным менән 4 бала үҫтерәбеҙ. “Таң”ды уҡып барабыҙ. Райондың көнитмеше менән шул район гәзите аша танышабыҙ. Гәзит оҡшай. Был юлы “Таң” гәзитенә подписканы әсәйем бүләк иткәйне, - ти Илнур Фәйзрахман улы.
Әйткәндәй, Илнурҙың әсәһе Сәриә апай Аҫылғужина үҙе лә оҙаҡ йылдар “Таң”дың әүҙем хәбәрсеһе булды. Балаларын район гәзитенә яҙҙырып ултырған ағинәйгә иҫәнлек-һаулыҡ, бәрәкәтле ғүмер насип булһын.
“Таң” гәзитенә яҙылыу дауам итә. Гәзиткә яҙылған квитанцияларығыҙҙың күсермәһен редакцияға тапшырһағыҙ, һеҙҙең дә бүләкле булыуығыҙ мөмкин. Сөнки яҡын көндәрҙә “Яҙыл да бүләк от!” тигән уйындың сираттағыһын иғлан итәсәкбеҙ.
“Таң” менән бергә булығыҙ, райондаштар!