Районыбыҙҙа изге ғәмәлдәр ҡылыусылар бихисап. Мәҫәлән, ирекмәндәр, тимурсылар командалары, ойошма-учреждениелар ололарға ярҙам итә, райондаштарыбыҙ бөтә ауыл менән йыйылып, махсус операцияла хеҙмәт иткән яҡташ егеттәребеҙгә гуманитар ярҙам ебәрә, яҡташтарыбыҙ “Атайсал” проектына ҡушылып, кесе Ватанына ярҙам итә һәм башҡалар.
Байтаҡ райондаштарыбыҙ йыл һайын “Подписка бүләк ит”акцияһында ҡатнаша. Шул арҡала оло йәштәге һәм яңғыҙ кешеләрҙең, күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙең район гәзитен уҡырға мөмкинлеге барлыҡҡа килә. Һәр беребеҙ изге эш башҡарып, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында гәзиткә яҙыла алмағандарға шатлыҡ өҫтәй ала.
1 апрелдән 2023 йылдың 2-се ярты йыллығына матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы башланды. Почта бүлексәләрендә “Таң”гәзитенә өс айға яҙылыу хаҡы – 516,24 һум, алты айға – 1032,48 һум. Редакция аша яҙылыу хаҡтары – алты айға 630 һум, район үҙәгендәге ойошма-учреждениеларға илтеп биреү юлы менән яҙылыу - алты айға 660 һум.
Хөрмәтле райондаштар, “Һәр өйгә - «Таң» гәзите!” акцияһында ҡатнашып, кешеләргә районда һәм республикала барған ваҡиғалар хаҡында хәбәрҙар булырға, уларҙың тормошон ҡыҙыҡлыраҡ итергә ярҙам итә алаһығыҙ.