Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
6 Ноябрь 2022, 11:00

«Гәзит тәрбиә лә алып бара»

Әнисә Әхәт ҡыҙы Мофаззалова, хаҡлы ялдағы уҡытыусы: -“Таң” гәзите менән 1960 йылда Бөрйәнгә эшкә килгәс танышҡайным, шунан бирле дуҫлығым өҙөлмәне тиерлек. Үҙем дә мәҡәләләр яҙыштырып торҙом, минең турала ла яҙҙылар.

«Гәзит тәрбиә лә алып бара»
«Гәзит тәрбиә лә алып бара»

“Таң” электән үк йөкмәткеһе, үҙенсәлекле теле менән башҡа район гәзиттәренән айырылып торҙо. Нимә уҡығың килә, барыһы ла бар гәзиттә. Райондағы яңылыҡтарҙы шунан беләбеҙ, районда ғүмер итеүсе матур-матур ғаиләләр менән танышабыҙ. Уңыш ҡаҙанғандарға ҡыуанабыҙ, һоҡланабыҙ. Ҡыҫҡаһы, гәзит менән бергә йәшәйбеҙ.


“Таң” гәзитенә һуңғы ваҡыттарҙа айырыуса һоҡланам. Йөкмәткеһе бермә-бер байыны, уҡымлылығы артты. Бына күптән түгел легендар генералыбыҙ Шайморатовҡа Өфөлә һәйкәл асылыуы хаҡында мәҡәлә булды. Иптәшем Ниғмәт Абдулла улы менән ҡыуанып бөтә алманыҡ, ҡат-ҡат уҡыныҡ.


Ололарҙың иғтибарҙан ситтә ҡалмауы ҡыуандыра, улар тураһында даими яҙылып тора. “Хәлдәрең нисек, оло кеше?”, “Нисек йәшәйһең, оло кеше?” тигән рубрикалар аҫтында сыҡҡан мәҡәләләрҙе көтөп алабыҙ. Һәр кешенең яҙмышы – үҙе бер китап бит ул. Ололарын ололаған илдең киләсәге яҡты, тиҙәр бит. Ошо йүнәлештәге эшегеҙ өсөн рәхмәт. Тырышып йәшәп ятҡан ололар хаҡында уҡып, фәһем алабыҙ, дәртләнеп китәбеҙ. Гәзиттәрҙе йыйып барабыҙ ҙа, бер ни ҡәҙәр ваҡыт үткәс, элеккеләрен ҡабат уҡып алабыҙ.


Подписка башланһа, стенама “Таң”ға барып яҙылырға” тигән яҙыу йәбештереп ҡуям. Олоғайғас хәтер ҙә хөртөрәк, йәнә башҡа мәшәҡәттәр араһында яҙылырға онотоп ҡуймайым, тип шулай эшләйем.

Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең  44-се һанында уҡығыҙ.

Автор:Т. БАҺАУЕТДИНОВА.
Читайте нас: