Матбуғат сараларында Х. Һөйөндөковтың, Х. Тапаҡовтың яҙғандарын яратып уҡыйым. Үҙҙәре табип булһалар ҙа һәләк һәйбәт яҙалар. Райондаштарҙың туғандарын, яҡындарын матур-матур һүҙҙәр менән ҡотлауҙары оҡшай. Йәнә “Кеше матур эше менән” рубрикаһында бирелгән һөнәрле, булдыҡлы, тырыш кешеләр тураһында яҙмалар бик уҡымлы. Һуңғы арала хикәйәләр баҫылыуы ла ҡыуандыра.
“Хәлдәрең нисек, оло кеше?” рубрикаһы аҫтында сыҡҡан әсе яҙмышлы, ғүмерҙәре хеҙмәт юлында үткән ололарҙың тормоштары хаҡындағы мәҡәләләр йәштәргә фәһем булырлыҡ. “Таң”дан тыш, “Киске Өфө”, “Йома. Башҡортостан”, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Йәсминә” баҫмаларына яҙылғанмын. Уларҙа ла бик матур мәҡәләләр сыға.
Әйткәндәй, былтыр “Йома. Башҡортостан” гәзитендә бүләккә ҡаҙ бирҙеләр. “Башҡортостан ҡыҙы” журналы үткәргән уйында ҡатнашып, “Тамға” тип аталған китап оттом, әле алмағанмын. Ауыл мәҙәниәт йортонан “Шоңҡар” журналын алып уҡыйым. Китапханаға яңы китаптар килгәнен көтөп йөрөйөм. Билдәле башҡорт яҙыусыларының китаптарын уҡып бөткәнмендер. Хәҙер яңы сыҡҡан әҫәрҙәрҙе уҡыу менән мәшғүлмен. Гәзит-журналдарҙы, китаптарҙы күҙлекһеҙ уҡыйым.
Ауылда ағинәйҙәр ойошмаһында әүҙем эш алып барабыҙ. Сергетыш тегеүҙе иң беренсе беҙ башланыҡ. Кәрәҙ менән юрғандар эшләнек. Әле лә туҡтап ҡалмағанбыҙ – тамғалар, шаршауҙар эшләйбеҙ. Йәштәргә әйтер һүҙем: күңелегеҙҙе, фекерегеҙҙе киңәйтеү, белемегеҙҙе арттырыу өсөн гәзит-журналдарға яҙылығыҙ.