Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
28 Октябрь 2022, 16:00

«Таң»ды кемуҙарҙан уҡыйбыҙ»

Вәғиҙә Вәлиева, Ағиҙел ҡасабаһы: Бик оҡшай гәзитебеҙ. Ҡасан килә инде, тип көтөп алабыҙ. Иптәшем менән кемуҙарҙан уҡыйбыҙ.

«Таң»ды кемуҙарҙан уҡыйбыҙ»
«Таң»ды кемуҙарҙан уҡыйбыҙ»


-Гәзитте йыл да алдырам, яҙылмай ҡалғаным юҡ. Бөтә яңылыҡтарҙы шунан белеп ултырабыҙ инде. Бик оҡшай гәзитебеҙ. Ҡасан килә инде, тип көтөп алабыҙ. Иптәшем менән кемуҙарҙан уҡыйбыҙ.

Ҡотлауҙар бите оҡшай. Шуға ла гәзитте аҙаҡҡы битенән башлап уҡыйым. Шунан хикәйәгә күсәм. Бигерәк тә М. Ҡаһарманованың, М. Ҡасимованың ижадтары оҡшай. Һуңынан яңылыҡтарҙы, уңған райондаштарыбыҙ тура-һында уҡып сығам. Ололарҙың сәйәхәттәргә йөрөй башлағандарын да гәзиттән генә белдем. Бик яҡшы нәмә ойошторғандар икән.


Квитанцияны тәүгә тапшырҙым, бүләкле булырмын тип уйлама-ғайным. Элек бүләк алыусылар тураһында уҡып, уны нисек оталар икән тип уйлай инем, белдем хәҙер. Гәзитебеҙ булһын, бөтмәһен. Барыһын да яҙылырға саҡырам.

Автор:Гөлүзә ХАФИЗОВА.
Читайте нас: