Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
28 Октябрь 2022, 14:00

«Район гәзитен алдырмайынса йәшәп була микән ул?»

-«Таң»ды ғүмерем буйы алдырам. Элек почта аша яҙыла инем, хәҙер, яҡын йәшәгәс, редакциянан килеп алам.

«Район гәзитен алдырмайынса йәшәп була микән ул?»
«Район гәзитен алдырмайынса йәшәп була микән ул?»

Камилла Хисмәтуллина, Иҫке Собханғол ауылы:


-«Таң»ды ғүмерем буйы алдырам. Элек почта аша яҙыла инем, хәҙер, яҡын йәшәгәс, редакциянан килеп алам. Киләһе йылға өйгә илтеп биреүгә яҙылдым әле. Район гәзитен алдырмайынса йәшәп була микән ул? Үҙең торған урындың хәл-ваҡиғалары, яңылыҡтары, халыҡтың йәшәйеше тураһында белеп барыу өсөн бик кәрәк, оҡшай миңә гәзит.


Бигерәк тә хикәйәләрҙе көтөп алам. Тулыһынса сыҡмаһа, киләһе гәзит килгәнсе уҡымай һалып торам. Аҙаҡ тәмләп уҡыйым. Элек, эшләгән осорҙа, беҙҙе гәзиткә тәнҡитләп яҙып ҡуймаһындар, тип ҡурҡып тора торғайныҡ. Хәҙер әллә уларҙы интернетта ғына хәл итәләрме, райондағы етешһеҙлектәр тураһында бик яҙылмай. Тағы ла вафат булған кешеләрҙең туғандарына ҡайғы уртаҡлашыуҙар мәрхүмдәрҙең тулы исем-шәрифтәре менән бирелһә, беҙгә белеп тороуға яҡшы булыр ине.


Бүләк отормон тип уйламағайным, рәхмәт, эшегеҙҙә уңыштар ғына теләйем.

Автор:Гөлүзә ХАФИЗОВА.
Читайте нас: