Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
28 Октябрь 2022, 13:00

«Балалар ер-һыу атамаларын белеп үҫһен»

Ғөмүмән, район яңылыҡтары, үҙебеҙҙең ауылдаштар, райондан ситтә йәшәгән яҡташтар тураһында ҡыҙыҡһынып уҡыйым.

«Балалар ер-һыу  атамаларын белеп үҫһен»
«Балалар ер-һыу атамаларын белеп үҫһен»

Зилә Мәзитова,
Яңы Усман ауылы:


- Гәзитте алғас та башта ҡотлауҙар битен ҡараштырам. Ғөмүмән, район яңылыҡтары, үҙебеҙҙең ауылдаштар, райондан ситтә йәшәгән яҡташтар тураһында ҡыҙыҡһынып уҡыйым. Хикәйәләр, айырыуса Миләүшә Ҡаһарманованың яҙмалары сыҡһа ҡыуанам.


Ололарҙың үткәндәре хаҡында яҙылған мәҡәләләр ололарға хөрмәтемде арттыра. Уларҙың тормоштары иҫ киткес ауыр булған, ниндәй ҡатмарлы шарттарҙа йәшәһәләр ҙә бирешмәгәндәр. Хәҙерге йәшәү менән сағыштырғанда, ер менән күк араһы бит. Фәһем алырлыҡ мәҡәләләрҙе, данлы яҡташтарыбыҙ, ер-һыу атамалары хаҡындағы һәм башҡа кәрәкле тип тапҡан яҙмаларҙы мәктәптә ҡулланам.


Шуныһы үкенесле - балалар хатта өйҙәре эргәһендәге тауҙың да исемен белмәй. Шуға тарихты өйрәнеүселәр һәр ауыл тирәһендәге ер-һыу атамалары хаҡында йышыраҡ яҙһындар ине. Илебеҙ тыныс булһын!

Автор:Ә. ЮЛСУРИНА.
Читайте нас: