Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
21 Октябрь 2022, 12:00

Гәзиткә яҙылып, бүләк оттолар!

“Таң” гәзитенә яҙылыу дауам итә. Район гәзитенә яҙыла һалып, квитанцияларының күсермәһен редакцияға тапшырыусы өлгөрҙәр байтаҡ булып сыҡты был аҙнала - уйынға 49 кеше ҡушылды. Улар араһында 5 бүләк уйнатылды.

Гәзиткә яҙылып, бүләк оттолар!
Гәзиткә яҙылып, бүләк оттолар!

Яңы Усмандан бер юлы ике кеше бүләкле булды: Зилә Мәзитова менән Айшат Ишморатов. Байғаҙынан Маргиз Хәмиҙуллин, Иҫке Собханғолдан Ниғмәт Хәкимов, Ағиҙел ҡасабаһынан Вәғиҙә Вәлиева ла “Таң”лы ғына түгел, бүләкле лә булып ҡыуанды.


Хөрмәтле райондаштар! “Таң” гәзитенә яҙылыу дауам итә. Райондың берҙән-бер матбуғат баҫмаһын алдырайыҡ, уҡыйыҡ.


Ә бүләктәр һеҙҙе көтә! Ырғыҙлы, Ҡотан, Брәтәк, Аҫҡар һ.б. яҡтарҙан квитанция ебәреүселәр юҡ тиерлек.


Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ, райондаштар!

Автор:Т. БАҺАУЕТДИНОВА.
Читайте нас: