+14 °С
Болотло
-Беҙҙә халыҡ «Таң»ды ихлас уҡый, алдыра. Әлеге мәлдә һалым хаттарын таратыу менән мәшғүлмен. Түбәнерәк хаҡҡа яҙылып ҡалыу өсөн декада осорон күптәр көтөп, һорашып ҡына йөрөй, - тине Мәһәҙей почтальоны.
Гәзит-журналдар, корреспонденция таратыуҙан тыш, ул оло йәштәге хаҡлы ялдағыларҙың торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүен дә түләшә.
Алыҫ араларҙы яҡынайтыусы, халыҡҡа мәғлүмәт еткереүсе почтальондарыбыҙға эштәрендә уңыштар теләйек.