Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
16 Июнь 2022, 13:10

"ТАҢ" ТЕҢКӘГӘ ТЕЙГӘН ИНТЕРНЕТ МӘҒЛҮМӘТТӘРЕ МЕНӘН МАУЫҠМАЙ", ти яҙыусы, журналист Иршат Теләүембәтов

"Таң" миңә ни өсөн ҡәҙерле һуң? Мин студент саҡта тәүге хикәйәмде яҙҙым да үҙебеҙҙең "Таң" ға ебәргәйнем. Ауылдашым, күршем Самат ағай Ғәбиҙуллинды ишетеп кенә белә инем әле ул саҡта. Ул миңә хат аша хикәйәм баҫылған гәзитте ебәргән һәм ҡыҫҡа ғына сәләм яҙған:

"ТАҢ" ТЕҢКӘГӘ ТЕЙГӘН ИНТЕРНЕТ МӘҒЛҮМӘТТӘРЕ МЕНӘН МАУЫҠМАЙ",  ти яҙыусы, журналист Иршат Теләүембәтов
"ТАҢ" ТЕҢКӘГӘ ТЕЙГӘН ИНТЕРНЕТ МӘҒЛҮМӘТТӘРЕ МЕНӘН МАУЫҠМАЙ", ти яҙыусы, журналист Иршат Теләүембәтов

 

 "Һаумы, ҡустым! Яҙ! Күрше Самат ағайың”. Мин дәртләнеп өс-дүрт әйбер ебәрҙем һәм дүрт кеше менән бергә "Таң"дын йыл лауреаты булдым! Үҙем өсөн генә түгел, район гәзите өсөн ныҡ ғорурланып йөрөнөм. Сөнки ул саҡта барлыҡ район гәзиттәре урыҫ теленән башҡортса дубляж формаһында ғына донъя күрҙе, тик Бөрйәндеке генә башҡортса! 

 

Бөгөнгө "Таң" тураһында ла бары тик яҡшы һүҙҙәр әйтергә мөмкин. Ул теңкәгә тейгән интернет мәғлүмәттәре менән мауыҡмай, Бөрйәнден тулы тормошон сағылдыра, ситтә йөрөгән һәм күтәрелгән яҡташтарҙы ла онотмай. Ә теле бик матур, бай, хатта бөрйәндәрсә! 

 

Ауыр заман, тимәй, ғүмер буйы башҡортса сыҡҡан "Таң"ға тоғро булайыҡ һәм тираж буйынса гәзиттәр араһында алдынғы булһын тип тырышайыҡ, бөрйәндәр!

 

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас в