Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
2 Июнь 2022, 16:50

Альтернатив яҙылыу уңайлы

Һуңғы йылдарҙа гәзит-журналдарға яҙылыу тиражының кәмеүе күҙәтелә. Был аңлашыла ла: интернет, телефондарҙан минуты-секунды менән яңылыҡтар ташҡындай ағылып тора. Донъя, республика, район яңылыҡтары менән интернет селтәренән танышабыҙ. Тик буяу еҫе килеп торған гәзит йә журналды ҡулға тотоп уҡыуға етмәй инде, тиеүселәр бар... Шуға район үҙәгендә йәшәүселәр иғтибарына “Таң” гәзитенә яҙылыуҙың бер вариантын – гәзитте редакциянан килеп алыу юлы менән яҙылыу мөмкинлеген тәҡдим итмәксебеҙ.

Альтернатив яҙылыу уңайлы
Альтернатив яҙылыу уңайлы

6 айға яҙылыу хаҡы 570 һум. Ә инде тағы 30 һум өҫтәһәгеҙ, гәзитте өйөгөҙгә йә эш урынығыҙға тиклем алып барыу мөмкинлеге лә бар. Бының менән тик Иҫке Собханғолда йәшәүселәр генә ҡуллана ала. Бындай ысул менән гәзиткә яҙылыусыларҙың бер нисәүһе альтернатив яҙылыуҙың өҫтөнлөктәрен баһалап өлгөрҙөләр.

Айрат:

-Беренсенән, аҡса яғынан бик отошло. Бер айға 95 һум килеп сыға. Икенсенән, редакцияға яҡын уҡ йәшәмәһәк тә, эш йә йомош буйынса район үҙәгенә юл төшөп кенә тора, шуға инеп кенә алыуҙың бер ниндәй ҙә ҡыйынлығы юҡ.

Камила:

-Быйылғы йылдан ошондай ысул менән алдырам гәзитте - ҡыҙым бүләк итте. Редакцияға яҡын ғына йәшәйем. Яңы ғына килгән гәзитте ваҡытында ғына уҡып барыу мөмкинлеге бар, шуныһы менән уңайлы.

Маһикамал:

-Ҡатлы йортта йәшәгәс, гәзитте ҡайһы ваҡыт күрмәй ҙә ҡала инем, ала ла китәләр, йә берәй ҡайҙа ташлап ҡуялар. Түләүгә килгән ҡағыҙҙарҙың да юғалған осраҡтары бар. Килеп алыуға яҙылып, ҡыуанып бөтә алмайым, 4 йыл шулай алдырам хәҙер. Эшкә килгәнемдә йә ҡайтҡанымда инәм дә алам.

Нурзилә:

-Беҙ, мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре “Таң”дың тоғро уҡыусылары. Бигерәк тә үҙебеҙҙең коллегалар хаҡында уҡыу оҡшай. Альтернатив яҙылыу менән былтырҙан ҡуллана башланым.

Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: