Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
21 Декабрь 2021, 12:30

“Гәзитте ҡунаҡ кеүек көтөп алам”

Оло кешеләрҙең яҙмышы, элекке хеҙмәттәре, бөгөнгө тормошо тураһында яҙылған мәҡәләләр күңелемә яҡын.

“Гәзитте ҡунаҡ кеүек  көтөп алам”
“Гәзитте ҡунаҡ кеүек көтөп алам”

Роза Аллабирҙина,
Тимер ауылы:

-Гәзиттә бөтә рубрикалар ҙа оҡшай. Оло кешеләрҙең яҙмышы, элекке хеҙмәттәре, бөгөнгө тормошо тураһында яҙылған мәҡәләләр күңелемә яҡын. Улар хаҡында төпкөл ауылдарға ла барып етеп яҙған хәбәрселәргә афарин тип әйткем килә. Ҡотлауҙарҙың шиғырҙарына тиклем мәғәнәһенә төшөнөп тороп уҡыйым. Балалар баҡсаһында эшләгәндә “Таң”да сыҡҡан материалдарҙы ҡуллана инем. Тәрбиәләнеүселәремә ауылдаштар, йәки уларҙың олатай-өләсәйҙәре тураһында яҙылғандарын уҡып, гәзиткә ҡыҙыҡһыныу уятырға тырыштым. Улар ҡыуанып китеп, гәзитте һырып ала торғайнылар. Уҡый белмәгәстәр, фотоларға ҡарап үҙ фекерҙәрен әйтерҙәр, һорауҙарын бирерҙәр ине.


Гәзитте ҡунаҡ көткән һымаҡ көтөп алам. Йәйен гәзитте тыштан да инмәй, саф һауала уҡырға яратам. Берҙән-бер гәзитебеҙ үҫешһен, райондаштар яҙылып торһондар. Бай йөкмәткеле, мәғәнәле мәҡәләләрҙе уҡыйыҡ, яңылыҡтарҙы белеп барайыҡ.

Автор:Ә. ЮЛСУРИНА.
Читайте нас: