Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
14 Декабрь 2021, 13:00

Ғәҙелгәрәйҙәр “Таң”һыҙ ҡалмаҫ

Мәғлүм булыуынса, 6 декабрҙән 16 декабргә тиклем 2022 йылдың беренсе ярты йыллығына гәзит-журналдарға яҙылыу декадаһы иғлан ителде. Был осорҙа республиканың төрлө баҫмаларына, шул иҫәптән “Таң” гәзитенә лә ташламалы хаҡ менән яҙылып була.

Ғәҙелгәрәйҙәр “Таң”һыҙ ҡалмаҫ
Ғәҙелгәрәйҙәр “Таң”һыҙ ҡалмаҫ

Кейекбай ауыл биләмәһе хакимиәте ошо арауыҡ менән файҙаланып ҡалмаҡсы булып, Ғәҙелгәрәй ауылы активистары – ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар советы, “Йәнбикә” фольклор ансамбле ағзалары, ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре “Таң” гәзите хәбәрселәре менән берлектә “Матбуғатҡа яҙылыусы көнө” ойошторҙо.


Ауыл почтальоны Гүзәл Сәғитова урында уҡ ауылдаштарын районыбыҙ баҫмаһына яҙҙыртты.


Ауылдың йәне, йәме булған, һәр йәмәғәт сараһының уртаһында ҡайнаған ҡатын-ҡыҙҙар – Флүрә Йомағужина, Вәлимә Әмәкәсова, Зифа Юлсурина, Рәмзиә Яманғолова, Тәнзилә Йәнғәлиналар 6 айға “Таң” ға яҙылып, башҡаларға матур үрнәк күрһәтте. Йәмилә Ғәләүетдинова, ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре – художество етәксеһе Нәзифә Билалова, китапханасы Гөлфиә Сирбаева киләһе йылдың тәүге 3 айына “Таң” менән бәйләнешен нығытты.


Ауыл почтальоны менән ошоғаса “Таң” алдырмаған ғаиләләргә лә һуғылдыҡ. Йәш ғаилә – Авзал һәм Эльмира Сәғитовтар, ике уйлап та тормай, киләһе ярты йыллыҡҡа «Таң»ға яҙылды – яңы дуҫтарыбыҙға рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ!


Гүзәл Сәғитова әйтеүенсә, үтеп барған ярты йыллыҡта Ғәҙелгәрәйҙә 39 йортҡа “Таң” килһә, әлеге көндә 32 кеше районыбыҙ баҫмаһына яҙылған.


“Йәштәрҙең күбеһе гәзиттең хаҡы ҡиммәт, ундағы материалдарҙы интернеттан уҡып танышып барабыҙ, тиһә, ололар, бер бит итеп ҡотлауҙар бирәләр, тип зарлана. Гәзит менән оҙаҡ йылдар бәйләнешен өҙмәгән, туған телебеҙҙәге баҫмаларҙан айырылмаған ауылдаштар ҙа етәһе”, - ти 9 йыл ауылдаштарына гәзит-журналдар таратыусы Гүзәл Ғәфүр ҡыҙы.


Йөҙ кешенең бер нәмәгә йөҙ фекере булыуы яңылыҡ түгел. “Гәзит оҡшай, уҡымлы материалдар сыға, бигерәк тә яҡташтарыбыҙҙың шиғыр-хикәйәләрен йотлоғоп уҡыйбыҙ, “Таң”ға бер яҙылып өйрәнгәс, унһыҙ йәшәүе ҡыйын”, - тигән фекерҙе лә белдерҙе “Матбуғатҡа яҙылыусы көнө” сиктәрендә үткән осрашыуға килгән апай-һеңлеләр. Һәр хәлдә, кире фекер ҙә фекер, ыңғайы ла йәшәүгә хаҡлы. Ә беҙгә, район баҫмаһын сығарыусыларға, киләсәктә ике яҡтың да фекерҙәрен иҫәпкә алып, тағы ла дәртләнеберәк эшләргә, эшкә ижади ҡарарға һәм уҡыусыларыбыҙ менән ошондай сараларҙа дуҫлыҡ ебен нығытырға ҡала.

Автор:А. ҒАРИФУЛЛИНА.
Читайте нас: