+2 °С
Ҡар
Рәйсә Баймөхәмәтова,
Әтек ауылы:
- Район баҫмаһын электән алдырабыҙ. Гәзиткә ҡасандан яҙыла башлаға-ныбыҙҙы ла иҫләмәйем. Район яңылыҡтары, файҙалы мәҡәләләр менән уртаҡлашҡан “Таң”ыбыҙҙы яратып уҡыйбыҙ.
Халыҡтың шатлығын бүлешеп, ҡотлауҙарҙы һәр ваҡыт ҡарап сығабыҙ. Һаулыҡ һаҡлау тураһында мәҡәләләр, “Шифаһы тейһен” рубрикаһы оҡшай. Айырыуса хикәйәләрҙе көтөп алабыҙ.
Квитанцияны ҡыҙыҡ өсөн генә тапшырғайныҡ. Бүләкте ҡыуанып ҡабул итеп алдым. Райондаштар ҙа декада ваҡытында яҙылып ҡалһындар, бүләк оторға һәр кемдең дә мөмкинлеге бар.