Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
7 Декабрь 2021, 15:00

Һүҙ - аҙна еңеүсеһенә

«Гәзит беҙгә кәрәк»

Һүҙ - аҙна еңеүсеһенә
Һүҙ - аҙна еңеүсеһенә

Камила Ғәйнуллина,
Аҫҡар ауылы:


- Гәзитте яратып уҡыйым, электән яҙылам. Почта килеү менән йүгереп сығып алып, уҡый һалам. Иң беренсе район яңылыҡтары менән танышып сығам. «Хәлдәрең нисек, оло кеше?» тигән рубрика аҫтындағы яҙмалар айырыуса оҡшай. Ҡотлауҙар бигерәк күп булып китә, уларға айырым бит булдырып булмай микән?


«Таң»дан тыш, «Йәшлек» гәзитен, «Шоңҡар», «Башҡортостан ҡыҙы» журналдарын алдырам. Пенсиям бәләкәй булһа ла, матбуғатҡа аҡса йәл түгел.


Мин донъянан артта ҡалмаҫҡа тырышып, «Бәйләнештә» селтәрендәге «Таң» гәзите төркөмөн дә уҡып барам. Гәзит халыҡҡа, бигерәк тә оло кешеләргә ныҡ кәрәк, тип уйлайым. Бөтә кеше лә интернетта ултыра алмай бит, унда гәзиттәге кеүек тулы итеп яҙылмай ҙа. Гәзитте тотоп уҡымайынса күңел булмай.


Квитанциямды тәүгә тапшырҙым, рәхмәт бүләк өсөн.

Автор:Гөлүзә ХАФИЗОВА.
Читайте нас в