Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
12 Ноябрь 2021, 10:00

“Таң” бүләктәр тарата!

Хөрмәтле дуҫтар! 2022 йылдың тәүге яртыһына “Таң” гәзитенә яҙылыусылар араһында ”Гәзиткә яҙыл да бүләк от!” уйыны башлана.

“Таң” бүләктәр тарата!
“Таң” бүләктәр тарата!

Уның шарттары ябай ғына: “Таң” гәзитенә яҙылып, квитанцияғыҙҙың күсермәһен редакцияға тапшырыу ҙа етә. Кемдәр үҙҙәре килә алмай, квитанцияларҙың күсермәһен электрон почта ([email protected]), ватсап (8 905 35 444 95) аша ла ебәрергә була.


Уйында ҡатнашыусыларҙы көнкүрештә кәрәк булырлыҡ матур-матур бүләктәр көтә.


Улар араһында стена сәғәте, ваза, аҙыҡ-түлек өсөн һауыттар, пикник өсөн контейнер, һауыт-һаба киптереү өсөн ҡоролма, тәмләткестәр өсөн һауыттар, кәстрүл, үҙенсәлекле фоторамка, әйберҙәр һаҡлау өсөн кәрзин, ковер, салат һауыттары йыйылмаһы һәм башҡа шундайыраҡ бүләктәр көтә.


Шулай итеп, гәзитле лә, бүләкле лә булырға теләһәгеҙ, “Таң” гәзитенә яҙыла һалығыҙ!
Бергә булдыҡ, бергә булайыҡ!

Автор:Т. БАҺАУЕТДИНОВА.
Читайте нас: