Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
30 Июль 2021, 10:40

Рецептар сыҡһа ине

Ғөмүмән, “Таң”ыбыҙ менән ҡәнәғәтбеҙ.

Рецептар  сыҡһа ине
Рецептар сыҡһа ине

Ғөмүмән, “Таң”ыбыҙ менән ҡәнәғәтбеҙ.

Раушания Нурғәлина, Байназар ауылы:
- “Таң” гәзите бик оҡшай, райондың тын алышын, яңылыҡтарын уның аша белеп барабыҙ. Бер ваҡыт ярты йыл алдырмағайным, ҡыйын булды - гәзитһеҙ булмай икән. Ғөмүмән, “Таң”ыбыҙ менән ҡәнәғәтбеҙ.
Иптәшем эштән ҡайта ла гәзит эҙләй башлай. Бүләк отоуымды ла ул беренсе белде. Һөйөнсө лә һөйөнсө, тип аптыратты. Балаларым да “Таң”ды уҡыйҙар. Ҡыҙыҡлы, файҙалы мәҡәлә булһа, ошоно уҡығыҙ әле, тип, ҡулдарына гәзитте үҙем үк тоттороп ҡуям.


Оло кешеләр тураһындағы яҙмаларҙы ҡыҙыҡһынып уҡыйым. Йәтеш кенә итеп доғалар сығып барһа ине, тигән теләгем бар. Рецептар сыҡһа, айырыуса шәп. Уларҙы мин үҙемдең аш-һыу рецептары яҙа торған блокнотыма теркәп барам. Үҙем ҡышҡылыҡҡа әҙерләнә башламаным әле. Былай компоттар, турамаларҙы күп итеп эшләп ҡуям да, йәйгә тиклем етә, хатта артып ҡала, туғандарға, күстәнәскә лә таратам.

Автор:Ә. ЮЛСУРИНА.
Читайте нас в