Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
14 Июнь 2021, 11:00

«Сирек быуат ситтә йәшәһәм дә, “Таң” алдырам»

“Таң”ды бер күңел булғансы уҡып, райондың тын алышы, хәл-әхеүәле менән танышып барҙым.

“Таң”ды бер күңел булғансы уҡып, райондың тын алышы, хәл-әхеүәле менән танышып барҙым.
ти абруйлы яҡташыбыҙ, оло талант эйәһе, Башҡортостан Республи-каһының халыҡ артисы Айбулат Рәхмәтуллин:
- Элек интернет, электрон гәзит тигән нәмәләр булмаған саҡта ла “Таң” менән бәйләнеште өҙмәнем. Хәләф Хәлфетдин улы Ишморатов менән һеҙ икәү – ысын мәғәнәһендә районыбыҙҙың патриоттары – почта аша булһа ла “Таң” алдырып уҡыйһығыҙ, ти торғайнылар. Ысынлап та, аҙналыҡ гәзитте ҙур конвертҡа һалып, райондан беҙгә ебәрәләр ине.

“Таң”ды бер күңел булғансы уҡып, райондың тын алышы, хәл-әхеүәле менән танышып барҙым.

Һуңғы йылдарҙа “Таң” тағы ла нығыраҡ оҡшай – мәғлүмәттәр күп төрлө, матур-матур фекерҙәр осрай. Ауыл кешеһе тураһында яратып уҡыйым.Тарихи материалдарға ла битараф түгелмен. Хәтирәләр яңыртылыуы ла оҡшай. Билдәле, райондан сығып киткәс, бөтә яңылыҡтан хәбәрҙар булып булмай, әммә “Таң” аша күп нәмә белеп, үҙемде, ситтә йәшәһәм дә, районым менән бергә тоям.
Читайте нас: