Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
12 Июнь 2021, 11:20

«Гәзиткә әллә ҡасан уҡ яҙылғанмын»

- Гәзиткә яҙыл, тип һөйләмә лә, ҡыҙым, дауна яҙылғанмын. Нисек инде “Таң”һыҙ? Улым да уҡый.

- Гәзиткә яҙыл, тип һөйләмә лә, ҡыҙым, дауна яҙылғанмын. Нисек инде “Таң”һыҙ? Улым да уҡый.
ти Аҫҡар ауылының ағинәйе, 1932 йылғы Мәхмүзә Сәләхетдин ҡыҙы Ғәлиуллина.

- Гәзиткә яҙыл, тип һөйләмә лә, ҡыҙым, дауна яҙылғанмын. Нисек инде “Таң”һыҙ? Улым да уҡый.

Мин үҙем Байназар ауылы ҡыҙы. 1951 йылда һалдатҡа ла бармаған Абдулҡадирға кейәүгә сыҡтым да шунан алып ошондамын. Бабайым өс йыл әрмелә булып ҡайтты. Шөкөр, ете балам да иҫән. Нәҙир улым менән торабыҙ. Мал көтәбеҙ. Иҙән йыуыусы ла бар.

Беҙҙең быуын кешеһенән, нимә эшләнең, тип түгел, нимә эшләмәнең, тип һорау дөрөҫ булыр. Эшләмәгән эш ҡалманы инде – ҡыуғынын да ҡыуҙыҡ, 14 йәштән ағас ҡырҡтыҡ, Бетерәлә бүрәнә шыуҙырҙыҡ. Шуларҙы хеҙмәт кенәгәһенә яҙҙырырға ла баш етмәгән. Колхозда ла емертеп эшләнелде. Бабайым һуғыш ветераны, колхозды алға һөйрәүсе кеше ине.

Еңеүҙең 70, 75 йыллыҡтарына ла миҙал булманы – шуға эсем бошоп тора әле, - тине инәй.
Читайте нас: