Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
12 Июнь 2021, 11:00

«Гәзитегеҙ өс тинлек»

Аҫҡар почта бүлексәһенә инеп барыусы ике ағайға: «Гәзиткә яҙылырға килдегеҙме?» - тип һүҙ ҡуштыҡ.

Аҫҡар почта бүлексәһенә инеп барыусы ике ағайға: «Гәзиткә яҙылырға килдегеҙме?» - тип һүҙ ҡуштыҡ.
Аҫҡар почта бүлексәһенә инеп барыусы ике ағайға: «Гәзиткә яҙылырға килдегеҙме?» - тип һүҙ ҡуштыҡ.

- Эй, кәрәк ине өс тинлек гәзитегеҙ. Бөтә мәғлүмәтте интернетта уҡыйбыҙ. Ҡыҙыҡ түгел. Уйындарҙа ла бүләкте үҙегеҙҙекеләргә генә бирәһегеҙ, яҙылмайым, – тип яуап бирмәһенме ағайҙарҙың береһе. Коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләргә килгән ағай менән квитанциялар тултыра башлаған почта бүлексәһе етәксеһе араһына баҫып, «Таң»ыбыҙҙы «маҡтарға» тотондоҡ.
Түләүҙәрен башҡарып бөткәс, ике республика баҫмаһына һәм «Таң»ға тип аҡсаһын һуҙҙы ла ихласлап йылмайып ебәрҙе ағай. Аҫҡар ауылынан Ринат Әминев булып сыҡҡан ағайыбыҙ үҙенсә шаярып торған икән.

- «Таң»һыҙ булмай инде. Яҙылмай ҡалғаным юҡ. Бөтәһе лә оҡшай гәзиттә. Ҡайһы берҙә Бөрйәндә үк уҡып ҡайтам, - тигәс, күңелгә йылылыҡ йүгерҙе.
Читайте нас: