Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
11 Июнь 2021, 12:00

17 июнгә тиклем өлгөрөп ҡалығыҙ!

Кисә, 10 июндә, район үҙәге урамында матбуғатҡа яҙылыу сараһы ойошторолдо. Ә бүләккә кемдәр эйә булды, тиһегеҙме? Әйҙәгеҙ - сайтҡа!

Кисә, 10 июндә, район үҙәге урамында матбуғатҡа яҙылыу сараһы ойошторолдо. Ә бүләккә кемдәр эйә булды, тиһегеҙме? Әйҙәгеҙ - сайтҡа!
Барығыҙға ла мәғлүм, 17 июнгә тиклем “Таң” гәзитенә ташламалы хаҡҡа яҙылырға мөмкин.

Кисә, 10 июндә, район үҙәге урамында матбуғатҡа яҙылыу сараһы ойошторолдо. Унда 26 райондашыбыҙ ярты йылға “Таң” гәзитенә яҙылды. Уларҙың квитанциялары бүләк уйнатыуҙа ҡатнашты һәм мәғариф бүлеге бухгалтерҙары ҡатнашлығында 3 еңеүсе асыҡланды. Бына улар: Гөлсинә Усманова (Килдеғол), Зәйтүн Күсәрбаев (Ағиҙел ҡасабаһы), Ибраһим Ғәбитов (Иҫке Собханғол).

Бынан тыш, 9 июнь көнө беҙҙең журналистар Аҫҡар, Исламбай яҡтарында “Таң”ға яҙҙырыу акцияһы ойошторғайны. Шул акция барышында яҙылған 8 кеше араһында ла бер бүләк уйнатылды. Еңеүсе – Аҫҡарҙан Сәрүәр Ғәниева.

Ҡәҙерле дуҫтар! 17 июнгә тиклем район гәзитенә яҙылып, квитанцияғыҙҙың күсермәһен беҙгә ебәрә һалһағыҙ, һеҙҙең дә бүләкле булыуығыҙ ихтимал.

“Таң” гәзите – рухиәт илсеһе, тел һаҡсыһы, район йылъяҙмаһы. Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!
Читайте нас: