Ошо ун көнлөктә “Таң”ға яҙыла һалып, квитанцияларығыҙҙың күсермәһен редакцияға ебәрһәгеҙ, гәзитле генә түгел, бүләкле лә булыуығыҙ мөмкин. Был мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмағыҙ!
Был ун көнлөктә 10 бүләк уйнатыласаҡ!
“Таң” – изгелек илсеһе ул,
Оло ҡунаҡ һәр йортта.
Бар теләге: “Өйҙәребеҙ
Тулһын бәрәкәт-ҡотҡа!”
Райондағы бөтә тормош
Сағыла ошо “Таң”да.
Уңған, тырыш райондаштар
Йылмая һәр бер һанда.
Иманға һәм изгелеккә
Саҡыра барлыҡ “Таң”дар.
Тик мәрхәмәт һәм яҡшылыҡ
Алһын гәзиттән аңдар.
“Таң” – изгелек илсеһе ул,
“Таң”лы булһын бар йорттар.
Тормошобоҙҙан китмәһен
Бәрәкәт, иман, ҡоттар!