Әғләм Баязитов,
Байғаҙы ауылы.
- «Таң»дан айырылғаныбыҙ юҡ. Бүләк оттороу конкурсында йыл да ҡатнашабыҙ. Элегерәк сәй сервизы отҡаныбыҙ булды.
Гәзиттең бөтә битен дә уҡып сығам. Район яңылыҡтары менән гәзит аша танышам. Ҡотлауҙар бите оҡшай. Үҙебеҙ ҙә йыш ҡотлауҙар ебәрәбеҙ.
Нимәһе уңайлы, ҡотлауҙы телефон аша ебәреп тә, түләп тә була. Гәзит оҡшай, бүләк өсөн рәхмәт!