Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
21 Май 2021, 11:00

Һүҙ - аҙна еңеүселәренә!

Тәскирә Һатыбалова, Нәби ауылы.

Тәскирә Һатыбалова,
Нәби ауылы.
- Гәзиткә яҙылыу осоро башланғас, иң беренсе “Таң”ға, “Йәшлек”кә яҙылып ҡуям. Быйыл “Башҡортостан ҡыҙы” журналын да уҡыясаҡмын.

Гәзитте көтөп алабыҙ, яратып уҡыйбыҙ. Кеше, ҡыйбат, тиһә лә, мин хаҡына ҡарамайым. Яҙылмай ҡалғаныбыҙ юҡ, гәзит саҡ ҡына килмәй торһа ла, ҡыйын. “Таң”дың биҙәлеше лә, эстәлеге лә бик оҡшай. Тулы йөкмәткеле, уҡымлы гәзиттә яңылыҡтар, ниндәй саралар үтеүе, өлгөлө кешеләр, ғаиләләр тураһында белеп торабыҙ, шулай уҡ ҡотлауҙарҙы ла ихласлап ҡарап барам.
Үҙем балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып эшләйем. Дүрт бала тәрбиәләп үҫтерҙек. Өлкәндәре ялға ауылға ҡайтһалар, мотлаҡ гәзиттәрҙе уҡып, ҡараштырып алалар.

Райондаштар гәзитте алдырһындар. Бөтәбеҙ ҙә яҙылайыҡ, рухи аҙыҡтан мәхрүм ҡалмайыҡ!
Читайте нас: