Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
6 Апрель 2021, 10:20

Ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!

“Рәсәй почтаһы” ФДУП-ы 5 апрелдән 15 апрелгә тиклем 2021 йылдың икенсе ярты йыллығына гәзит-журналдарға яҙылыу декадаһы иғлан итте.

“Рәсәй почтаһы” ФДУП-ы 5 апрелдән 15 апрелгә тиклем 2021 йылдың икенсе ярты йыллығына гәзит-журналдарға яҙылыу декадаһы иғлан итте.
Был осорҙа республиканың төрлө баҫмаларына, шул иҫәптән “Таң” гәзитенә лә ташламалы хаҡ менән яҙылып ҡала алаһығыҙ. "Таң"ға декада осоронда 6 айға яҙылыу хаҡы – 833 һум 64 тин. 1-се, 2-се төркөм инвалидтары өсөн ташламалы хаҡ – 764 һум 22 тин.
Подписка осоронда “Таң” гәзитенә бер нисә ысул менән яҙылып була:
- почта бүлексәләрендә;
- почтальонды 3-68-37 телефонына шылтыратып өйгә саҡырып;
- компьютерҙан йәки кеҫә телефонынан rbsmi.ru һәм podpiska.pochta.ru сайттарына инеп.
Шулай уҡ редакциянан килеп алыу юлы менән дә гәзиткә яҙылырға мөмкин, 6 айға хаҡы - 594 һум. Район үҙәгендәге ойошма-учреждениеларға илтеп биреү юлы менән яҙылыу – 624 һум.
Яҙылығыҙ! Уҡығыҙ! Таратығыҙ!
Белешмәләр өсөн телефондар: 3-52-85, 3-62-62.
Читайте нас: