Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
2 Апрель 2021, 09:25

«Таң» гәзитенә ташламалы хаҡ менән яҙылып ҡалығыҙ!

Башҡортостанда 1 апрелдән 2021 йылдың икенсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы старт алды.

Башҡортостанда 1 апрелдән 2021 йылдың икенсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы старт алды.
5 апрелдән 15 апрелгә тиклем подписка декадаһы үтә. Был осорҙа ташламалы хаҡҡа яҙылыу мөмкинлеге бирелә.

Гәзит-журналдарға почта бүлексәләрендә һәм өйҙән сыҡмай ғына сайттар аша яҙылып була. Рәсәй почтаһының podpiska.pochta.ru сайтында баҫма вариантҡа яҙылырға мөмкин. Сайт аша «Таң» гәзитенә өс айға яҙылыу хаҡы – 474,18 һум, алты айға – 948,36 һум.

Гәзиттең электрон вариантына шулай уҡ rbsmi.ru сайты аша өс айға - 297 һум, алты айға – 594 һум менән яҙылырға мөмкин.

Гәзит-журналдарға мобиль почта аша ла яҙылып була. Почта хеҙмәткәрен өйгә йәки офисҡа саҡырыу өсөн 3-68-37 телефонына шылтыратырға мөмкин.

Шулай уҡ район үҙәгендәге ойошма-учреждениеларға илтеп биреү һәм гәзитте редакциянан килеп алыу юлдары менән дә осһоҙораҡ хаҡҡа яҙылыу мөмкинселеге бар.
«Таң» гәзитенең индексы — ПО 718.
Читайте нас: