Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
26 Ғинуар 2021, 15:00

“Таң” гәзитенә коллектив менән яҙылдыҡ!

Әбделмәмбәт мәктәбенең Килдеғол филиалында 12 уҡытыусынан торған бик татыу һәм тырыш коллектив тупланған.

Әбделмәмбәт мәктәбенең Килдеғол филиалында 12 уҡытыусынан торған бик татыу һәм тырыш коллектив тупланған.
Бына улар: Сабит Билалов (филиал етәксеһе, физкультура уҡытыусыһы), Земфира Билалова (етәксе урынбаҫары, биология һәм химия уҡытыусыһы), Гүзәлиә Әйүпова (география), Әлфиә Ҡулбирҙина (йәмғиәтте өйрәнеү, тарих, йыр), Рәсилә Исхаҡова (башҡорт теле һәм әҙәбиәте), Таңһылыу Ҡорманғолова (рус теле һәм әҙәбиәте), Гөлнара Билалова, Иркә Фәйзуллина (башланғыс кластар уҡытыусылары), Рәсүл Зарипов (математика һәм физика), Гөлниса Суфьянова (математика һәм информатика ), Гөлгөнә Яхина (инглиз һәм немец телдәре), Ринат Яхин (технология, һыҙма һәм рәсем) һәм Сания Яхина (китапханасы, рус теле һәм әҙәбиәте).

Коллектив бик әүҙем. Төрлө сараларҙа, конкурстарҙа теләп ҡатнашалар. 2021 йылдың тәүге яртыһы өсөн гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһында ла ихласлыҡ күрһәттеләр. Коллектив дөйөм 50 баҫмаға яҙылды. Ә райондың “Таң” гәзитенә тотош коллектив менән яҙылдыҡ.

“Районыбыҙҙың тарихы, бөгөнгө тормошо һәм киләсәге ҡыҙыҡһындыра беҙҙе. Гәзитһеҙ донъя һанһыҙ”, - тигән фекерҙә хеҙмәттәштәрем.
Читайте нас: