Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
22 Ғинуар 2021, 12:00

Һүҙ - “Аҙна һайын – бүләк!” уйыны еңеүселәренә

“Таң” – бай мәғлүмәтле гәзит

“Таң” – бай мәғлүмәтле гәзит
- Ҡырға күсеп киткәс, район гәзитен туғандарымдан һорап алдырып уҡый торғайным. Хаҡлы ялға сығып, тыуған яҡтарыма ҡайтҡас, иң беренсе “Таң” гәзитенә яҙылдым. Тормош иптәшем менән гәзитте яратып уҡыйбыҙ. Ауылдарҙағы яңылыҡтарҙы, ниндәй саралар үткәнен, ололарҙың нисек йәшәгәндәрен, йәштәрҙең нисек эшләгәндәрен күреп ҡыуанабыҙ. Мин үҙем дә яҙышырға яратам. Донъялар имен, илебеҙ тыныс булһын! Гәзитте алдырыусылар, уны уҡыусылар күбәйһен, гәзит тик ҡыуаныслы яңылыҡтар менән тулып торһон.
“Таң” бик уҡымлы, тулы, бай мәғлүмәтле гәзит бит ул, - ти Ғәҙелгәрәй ауылынан бүләк отоусы Рәмзиә Яманғолова.

Әйткәндәй, ул, “Таң”ға яҙылыусылар артып торһон, тигән теләк менән үҙе лә редакцияға бүләк тотоп килде. “Изгелек” ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы етәксеһе Ғәҙелгәрәй ауылында әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Бик әүҙем, өлгөр ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе ул.
Читайте нас: