Бүләк отоусы Зәкиә Яхинаның улы Рәхимйән Яхин, Әбделмәмбәт ауылы:
- Әсәйемә 81 йәш. Ул әле лә гәзитте алдыра, ихлас көтөп алып уҡый. Райондың хәл-ваҡиғаларын ошо берҙән-бер баҫма аша белеп торабыҙ, шуға күрә райондаштар алдырһындар, уҡыһындар. Мин гәзиттең бер ерен ҡалдырмай уҡып бөтәм. Ғәҙәтем буйынса, гәзит менән танышыуҙы һуңғы биттән башлайым. Интернеттағы мәғлүмәт башҡасараҡ бит, уҡының да оноттоң, гәзитте ҡулға тотоп уҡығанға етмәй барыбер. Ни тиһәң дә, гәзиттәге мәғлүмәтте икенсерәк ҡабул итәһең. Артабан да райондың йөҙө яҡтыртылып барһын, райондаштарыма һаулыҡ теләйем.