- Район гәзитен иҫ белгәндән алып уҡыйым, сөнки ата-әсәйем “Таң”дан айырылғандары юҡ. Гәзитте эш урыныма ла, өйөмә лә алдырам. Ижтимағи-сәйәси гәзит булараҡ, райондың тормошо тураһында яҡтыртылып барыла. Бөрйән районында тыуып, сит-яҡтарҙа йәшәгән, эшләгән яҡташтар, төрлө яҙмыштар тураһында күберәк яҙылһа ине, үрнәк алырлыҡ эшсәндәргә, ғаиләләргә арналған мәҡәләләрҙе ихлас уҡыйым.