Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
15 Ғинуар 2021, 18:00

"Бигерәк тә туй ҡотлауҙарын ҙур шатлыҡ менән уҡыйым"

Сәрүәр Дәүләтбаева, Мәһәҙей ауылы.

Сәрүәр Дәүләтбаева,
Мәһәҙей ауылы.
- “Таң”ды уҡығаныма 50 йыллап барҙыр. Йәш саҡтан - фермала эшләй башлағандан алып алдырам. Ферманың “ҡыҙыл мөйөш”өндә лә ята торғайны.
Пенсияға сыҡҡансы фермала эшләнем, быҙау ҡараным. 5 бала тәрбиәләп үҫтерҙем. Уларҙың барыһы ла “Таң”ды алдыра. Ҡотлауҙар, бигерәк тә туй ҡотлауҙарын ҙур шатлыҡ менән уҡып сығам. Кешеләрҙең үткәндәре хаҡындағы мәҡәләләр, хикәйәләр, шиғырҙар күңелемә яҡын.
Читайте нас: